Терроризм нигеҙендә көтөлмәгәнлек, ғауға ҡуптарыу һәм кешегә ҡарата ҡанһыҙлыҡ тора. Һәр кем гражданлыҡ уяулығы һәм иғтибарлыҡ һаҡлауҙың терроризмға ҡаршы төп ҡорал булыуын аңларға тейеш. Ирекмәндәр таратҡан буклеттарҙа шикле әйберҙәргә ҡағылымаҫҡа, шартлау, янғын осраҡтарынан нисек ҡотолоу, үҙеңде тотоу, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, ҡайҙа мөрәжәғәт итеү кеүек осраҡтарҙы күҙ уңында тотоп эшләнгән. Әлбиттә, илебеҙ тыныс булһын, бәлә-ҡазалар, көтөлмәгән бәхетһеҙлектәр беҙҙең һәммәбеҙҙе урап үтһен.