Ҡурай
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
4 Сентябрь 2020, 13:35

Помидор менән ҡыярҙан

Ҡышҡа әҙерләнеүҙе дауам итәбеҙ. Иң ябай салаттарҙың береһенең рецебын тәҡдим итәбеҙ. Уңышығыҙ мул, табындарығыҙ түңәрәк булһын!

Кило ярымышар помидор, ҡыяр, 750 грамм башлы һуған, 250 грамм үҫемлек майы, өс аш ҡалағы 9 процентлы һеркә, ике аш ҡалағы тоҙ, өс аш ҡалағы шәкәр кәрәк.
Башта йәшелсәләрҙә йыуабыҙ. Ҡыярҙарҙы түңәрәкләп йоҡа итеп ҡырҡабыҙ, помидорҙарҙы өлөштәргә бүләбеҙ, һуғанды ярым түңәрәк рәүешендә турайбыҙ. Май менән һеркә өҫтәйбеҙ ҙә, тәмләткестәр ҡушып, бутап, 10 минутҡа ҡалдырабыҙ.
Артабан банкаларҙы йыуып парҙа тотабыҙ. Уларға салатты тултырып, 15-20 минут тирәһе стерилләгәс, ҡапҡас ябып борабыҙ. Ҡышҡылыҡҡа салат әҙер.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: vkusneetut.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Мәғлүмәт сығанағы https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: