Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 17:25

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының һыу ятҡылыҡтарына йотҡолоҡтар ебәрҙе

Ағиҙел йылғаһына һәм уның Бөрө ҡалаһы тирәһендәге ҡушылдыҡтарына, Ҡариҙел районында Павловское һыуһаҡлағысына 220 меңдән артыҡ йотҡолоҡтар ебәрелде.

Ошо көндәрҙә «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының һыу ятҡылыҡтарына – Ағиҙел йылғаһына һәм уның Бөрө ҡалаһы тирәһендәге ҡушылдыҡтарына, Ҡариҙел районында Павловское һыуһаҡлағысына 220 меңдән артыҡ йотҡолоҡтар ебәрҙе.
Йотҡолоҡтарҙы Пермь крайында урынлашҡан балыҡ үрсетеү үҙәгенән контейнерҙарҙа, балыҡтар йәшәр өсөн кәрәкле шарттар булдырыу мөмкинлегенә эйә булған махсус транспортта килтерҙеләр. Йотҡолоҡтарҙың уртаса ауырлығы – 3 грамм. Камала йөҙгән сөгә балығы ҡулланылды, был төр балыҡ төбәктең һыу объекттарында тәбиғи популяциянан һанала.
Йотҡолоҡтарҙы һыу ятҡылыҡтарына ебәреүҙе «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтененең экологик хәүефһеҙлек һәм тәбиғәттән рациональ файҙаланыу бүлеге белгестәре, Балыҡсылык буйынса федераль агентлыҡтың Урта Иҙел территориаль идараһының Башҡортостан Республикаһы буйынса һыу биологик ресурстары дәүләт контроле, күҙәтселеге һәм һаҡлау буйынса бүлеге вәкилдәре контролдә тотто. Белгестәр йотҡолоҡтарҙың ҡәнәғәтләндерерлек торошон һәм уларҙы һыуға ебәреү шарттарына ҡуйылған талаптарҙың үтәлешен раҫланы.
Һыу биологик ресурстарын яһалма тергеҙеү буйынса экологик компенсациялау саралары «Транснефть» йәмғиәте объекттары булған ерҙәрҙә биологик төрлөлөктө һаҡлау буйынса 2019-2021 йылдарға корпоратив программа сиктәрендә башҡарылды.
«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте өсөн һыу биорерустарын тергеҙеү тәбиғәтте һаҡлауҙың мөһим сараһы булып тора. Элегерәк, 2020 йыл авгусының беренсе яртыһында, предприятие йотҡолоҡтарҙы Төмән өлкәһе һыу ятҡылыҡтарына (199 мең йотҡолоҡ) һәм Һамар өлкәһе территорияһындағы Һарытау һыуһаҡлағысына (16,6 мең йотҡолоҡ) ебәрҙе.
Читайте нас: