Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 17:20

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте коллективы Башҡортостан Республикаһы башлығы бүләгенә лайыҡ булды

Етештереүҙәге ҡаҙаныштары һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө өсөн, һөнәри байрам – Нефть һәм газ сәнәғәте эшселәре көнө – алдынан «Транснефть – Урал» йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.Ф.Хәбировтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Рәхмәт хаты республиканың яғыулыҡ-энергетик комплексы үҫеше һорауҙарына бағышланған Хөкүмәт ултырышында «Транснефть – Урал» йәмғиәтенең генераль директоры Р.Н.Ковалевҡа тапшырылды.
«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте «Транснефть» системаһының эре ойошмаларының береһе булып тора һәм 70 йылдан артыҡ Рәсәй һәм Төньяҡ Ҡаҙағстандың һигеҙ төбәгендә магистраль торбаларҙан нефть һәм нефть продукттарын транспортировкалауҙы тормошҡа ашыра. Башҡортостанда предприятиеның алты филиалының дүртеһе урынлашкан: Туймазы, Черкасск, Арлан нефтьүткәргес идаралары, һәм магистраль нефтьүткәргестәрҙә аварияларҙы киҫәтеү һәм бөтөрөү буйынса махсус идара. Төбәк территорияһы буйынса 4 мең километрҙан артығыраҡ магистраль үткәргес торба уҙа – был предприятие яуаплылығындағы торбаларҙың яртыһы тиерлек. Атап әйткәндә, Өфө һәм Салауат ҡалаларындағы нефть эшкәртеү заводтарына нефть ҡыуыла, нефть эшкәртеү заводтарынан ил эсендәге ҡулланыусыларға һәм экспорт йүнәлешендә транспортировкалау өсөн нефть продукттары ҡабул ителә.
«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте яуаплы эш биреүсе һәм эре һалым түләүсе булып тора. Республика бюджетына һалым түләүҙәре 2019 йылда 2,835 млрд һум тәшкил итте, 2020 йылда был сумма 2,953 млрд һум булыр тип көтөлә. Коллективта 7 меңдән артыҡ кеше иҫәпләнә, шуларҙың 4,2 меңгә яҡыны республика территорияһында эшләй. Предприятиеның БР территорияһында капитал һалыу күләмдәре һуңғы өс йылда 27 млрд һумға етте: акционерҙар йәмғиәте инфраструктураны һәм етештереү объекттарын модернизациялай, алдынғы технологиялар индерә, механотехнологик яйланмалар паркын яңырта. «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте кадрҙар әҙерләү өлкәһендә Башҡортостандың төп белем биреү учреждениелары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Предприятие булышлығы менән республикала социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөлдө һәм реконструкцияланды. «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте хәйриә проекттарын тормошҡа ашыра, уның эшселәре волонтерлыҡ эшсәнлегендә әүҙем ҡатнаша.
Читайте нас: