Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 10:05

Ҡарттар йортонда урындар һаны күбәйергә мөмкин

Эштәр “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, республикала ҡарттар йортонда урындар һанын күбәйтеү, стационар учреждениеларҙа уңайлы шарттар тыуҙырыу планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников белдерҙе.
Федераль адреслы инвестиция программаһына “Именлек” республика геронтология үҙәгенең һәм Благовещендағы өлкән йәштәге граждандарға тәғәйенләнгән 60 урынлыҡ торлаҡ корпустарын индерергә иҫәп тотола.
Эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.
Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы
Фото: Министрлыҡ сайтынан.
Читайте нас: