Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 22:50

Халыҡҡа коронавирустан прививка яһай башланылар

Бөгөн Мәскәүҙә халыҡҡа ковидтан вакцина һалыу башланды. Был – яңы вакцинаны клиник тикшереүҙең өсөнсө тәжрибә этабы.

Яңылыҡты коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб хәбәр итте.
Баш ҡаланың медицина учреждениеларында тәүге ирекмәндәр прививка яһатҡан да инде. Ул ике этапта башҡарыласаҡ. Бөгөн беренсе тапҡыр вакцина һалһалар, 21 көндән – икенсегә.
Прививка бушлай яһала. Был йәһәттән Мәскәү мотлаҡ медицина страховкалау полисы булған Рәсәйҙең һәр бер бәлиғ булған гражданы мөрәжәғәт итә ала. Әммә ул быға тиклем ике аҙна эсендә киҫкен респиратор-вирус инфекцияһы менән сирләмәҫкә тейеш.
Төбәктәрҙә был эш ҡасан башланыр, әлегә тәғәйен генә билдәле түгел.
Фото: golvestnik.ru, Дмитрий Чурбаков.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: