Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 21:30

Яңы йыл каникулдары 1 ғинуарҙан 10-ына тиклем дауам итеүе ихтимал

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы шундай тәҡдим менән сығыш яһаны.

2021 йылда яңы йыл каникулдары 1 ғинуарҙан 10-ына тиклем дауам итеүе мөмкин. Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы шундай тәҡдим менән сығыш яһаны. Ведомство 2021 йылда ял көндәрен күсереү тураһында хөкүмәт ҡарары проектын әҙерләгән. Ул федераль башҡарма власть органдарының норматив хоҡуҡи акттар проекттарын һәм йәмәғәт фекер алышыуы һөҙөмтәләрен әҙерләү хаҡында мәғлүмәт урынлаштырыу өсөн рәсми сайтта баҫылған.
2021 йылда Хеҙмәт министрлығы тәҡдиме менән 1-10 ғинуар, 21-23 февраль, 6-8 март, 1-3 май һәм 8-10 май, 12-14 июнь, 4-7 ноябрь байрам көндәре тип иҫәпләнергә мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: