Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 11:05

Бөгөн, 11 сентябрҙә, Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө билдәләнә

«Ҡурай» гәзите хеҙмәткәрҙәре лә милли кейемгә арналған флешмобҡа ҡушыла.

Бөгөн Өфөлә «Торатау» Конгресс-холы аҫтындағы амфитеатрҙа «Евразия йөрәге» Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә милли костюм флешмобы үтәсәк. Һәр кем был сарала ҡатнаша ала, тик милли костюмда булыу мөһим.
Шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы социаль селтәрҙәрҙә флешмоб иғлан итте. Һәр кем интернет платформаһында #МойНациональныйКостюм, #МиллиКостюм хэштэгтары менән 9-11 сентябрҙә милли костюмдарҙа фото һала ала. Иң сағыу фотолар 2021 йылдың фотокалендарендә баҫылып сығасаҡ.
Сауҙа үҙәктәрендә һәм асыҡ майҙандарҙа халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәренең милли атрибутика тауарҙары күргәҙмәһе, йәрминкә үткәреү, республикабыҙҙың алдынғы дизайнерҙарынан «Милли кейем» коллекцияһынан дефиле планлаштырыла.
Милли кейем көнө республикабыҙҙың бөтә мәҙәниәт учреждениелары төрлө саралар үткәрәсәк.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Милли кейемдәр ниндәй сер һаҡлай» темаһына түңәрәк өҫтәл үтәсәк.
Белем биреү учреждениеларында «Милли кейемдә - халҡыбыҙ мираҫы» берҙәм дәрестәре үткәреү ҡаралған.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында «Рәссам ижадында башҡорт костюмдары» виртуаль күргәҙмәһе һәм «Башҡорт костюмына мәҙхиә!» онлайн-акцияһы эшләйәсәк.
Республика халыҡ ижады үҙәге социаль селтәрҙәрҙә башҡорт, казак билбауҙарын эшләү, башҡорт шәлен бәйләү, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға, төрлө флешмобта ҡатнашырға тәҡдим итә.
Республикабыҙҙың бар музейҙарында ла шулай уҡ онлайн дәрестәр, күргәҙмәләр үткәреү планлаштырыла.
М.Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапханаһы социаль селтәрҙәрендә «Кейем тарихынан халыҡ тарихына» «От истории костюма к истории народа» тип исемләнгән фольклор ултырыштар үтәсәк.
Шулай уҡ 11 сентябрҙә халыҡ-ара башҡорт милли кейем тегеү оҫталары конкурсы иғлан ителәсәк. Был конкурста барлыҡ милли кейем тегеү менән шөғөлләнеүсе оҫталар ҡатнаша аласаҡ. Конкурстың эсендә бер нисә номинация ҡаралған. Был конкурс тураһында ентекләберәк Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында таныша аласаҡтар. Декабрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары 30 сара әҙерләне. Башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең милли үҙәктәре лә был милли байрамға ҡушыла. Оҫталыҡ дәрестәре, флешмобтар, видео-дефиле һәм башҡалары.
Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы үҙенең YouTube каналында «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме» һәм «Башҡортостан халыҡтарының милли костюмдары» документаль фильмдарын күрһәтәсәк.
Милли костюм көнөнә бәйле театр һәм концерт ойошмалары төрлө акция һәм флешмобтар әҙерләй. Бынан тыш, тематик видеотаҫмалар, күргәҙмә һәм оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.
Читайте нас: