Быйылғы йылдың ғинуарынан Башҡортостан махсус һалым режимын ҡулланыу буйынса һынау үтеүҙә ҡатнаша. Ул профессиональ килемгә ташламалы ставка буйынса – 4 йәки 6 процентлы һалымдан ғибәрәт. “Үҙмәшғүл”, йәғни үҙен үҙе эш менән тәьмин итеүсе тигәндә, ошо ставка буйынса һалым түләүселәр күҙ уңында тотола. Был махсус режим ун йыл дауамында ғәмәлдә буласаҡ.
Федераль һалым хеҙмәтенең төбәк идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың апреленә ҡарата республикала 10,7 мең үҙмәшғүл теркәлһә, сентябрь башына уларҙың һаны 23 меңгә еткән.
Үҙен үҙе эш менән тәьмин итеүселәр һаны төрлө сәбәптәр арҡаһында арта, шуларҙың береһе – төбәгебеҙҙә “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу өсөн шарттарҙы яҡшыртыу” проектын уңышлы тормошҡа ашырыу. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ғәмәлдә булған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проектына ярашлы эшләнде. Йыл һөҙөмтәләре буйынса әлеге һалымды түләүселәр һаны планда алынған күрһәткескә – 29,6 меңгә етер тип күҙаллана.
Сығанаҡ: “Башҡортостан” гәзите