Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 21:15

Ә һин ағас ултыртыуҙа ҡатнашаһыңмы?

Быйыл “Йәшел Башҡортостан” һәм “Еңеү урманы” акциялары “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһенә ярашлы үтәсәк.

Быйыл “Йәшел Башҡортостан” һәм “Еңеү урманы” акциялары “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһенә ярашлы үтәсәк. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников һөйләне.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы 19 сентябрҙә Хәйбулла районында башланасаҡ, бында хакимиәт башлыҡтары эре ағастар аллеяһы ултыртасаҡ. Ошо көндө республиканың башҡа ҡала һәм райондарында экологик өмәләр үтәсәк. Халыҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр ихата һәм урамдарҙы тәртипкә килтерәсәк, төҙөкләндереү һәм йылғаларҙы таҙартыу менән шөғөлләнәсәк.
26 сентябрҙә төп саралар үтәсәк. Унда битараф булмаған кешеләр, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, Хөкүмәт ағзалары, республика власы органдары етәкселәре, хакимиәт башлыҡтары ҡатнашасаҡ.
Акцияларҙа 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә. 25 мең үҫенте ултыртыу күҙаллана. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндәрелгән ихаталарға ла ағастар ултыртыласаҡ.
26 сентябрҙә муниципалитеттарҙа “Еңеү урманы” акцияһы үтәсәк. Быйыл был сара “Хәтер баҡсаһы” акцияһының бер өлөшө булараҡ ойошторола, ул апрелдә ил Президенты Владимир Путин указына ярашлы старт алғайны. Илдә стелалар, обелисктар, һәйкәлдәр һәм мемориалдар янында бөтәһе 27 миллион ағас ултыртыу планлаштырыла. Был Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 27 миллион герой һалдат хөрмәтенә эшләнә.
Һәр район һәм ҡалала Геройҙар аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Акциялар үткән муниципалитеттарҙа концерттар, конкурстар, ялан ашханаһы ойоштороласаҡ. Ойоштороусыларға бөтә сараларҙы ла санитар талаптарҙы үтәп башҡарырға тәҡдим ителә.
Акцияны үткәреүҙә яуаплы кешеләр, ағас ултыртыу урындары, ҡорамал һәм үҫентеләр биреү урындары тураһындағы мәғлүмәт муниципалитеттарҙың сайттарында баҫыласаҡ. Был сараларҙа теләгән һәр кем ҡатнаша аласаҡ.
Автор: Альфия Мингалиева
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: