Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
20 Сентябрь 2020, 23:22

Ағиҙелдәр таҙалыҡ яҡлы

«Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй акцияһында өс йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты.#ЗелёнаяРоссия #ЗелёнаяБашкирия #Сделаем2020 #worldcleanupday2020 #Агидель #ДеньЧистоты

Үткән шәмбелә Ағиҙел ҡалаһы «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй субботнигына ҡушылды. Сарала ҡатнашыусылар урам, йорт алдарын, Еңеү мемориалын, спорт майҙанын, ҡаланың үҙәк майҙанын тәртипкә килтерҙе, ағас һәм ҡыуаҡтарҙың үҫентеләрен ҡырҡты, сәскә түтәлдәрен таҙартты, сүп һауыттарын, эскәмйәләрҙе, ҡоймаларҙы буяны.
Быйыл «Йәшел Башҡортостан» акцияһы Бөтә Рәсәй субботнигы сиктәрендә үтә. Ағас ултыртыу эштәрендә ҡатнашыу Ағиҙелдә йолаға әүерелде. 19 сентябрҙә 1-се балалар баҡсаһында туялар аллеяһы барлыҡҡа килде. Беренсе төҙөүселәр урамындағы 12-се йортта йәшәүселәр йорт алдына декоратив алмағастар һәм сирень ҡыуаҡтары ултыртты.
26 сентябрҙә «Йәшел Башҡортостан» акцияһының икенсе этабы үтәсәк. Был көндә Ағиҙелдә Геройҙар Аллеяһын ултыртасаҡтар.
Читайте нас: