Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
26 Сентябрь 2020, 14:45

Әлегә паром йөрөйәсәк

17 сентябрҙән Бөрө ҡалаһында понтонлы күперҙе һүтә башлағандар. Мәғлүм булыуынса, понтонлы күпер йөҙмәле судно булараҡ, йылға регистрында теркәлә һәм ҡабаттан теркәү үтеү, ремонтлау өсөн һәр биш йыл һайын һүтеп алына.

Өфө ҡалаһындағы судноларҙы ремонтлау һәм төҙөү заводы менән төҙөлгән килешеү буйынса, өҫтә телгә алынған эштәр башҡарылғандан һуң, күпер урынына 2021 йылдың апрель айында ҡайтарыласаҡ.
Был осорҙа халыҡты Ағиҙел йылғаһы аша йөрөтөүҙө ойоштороу өсөн “Тулҡын” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән һәм уға ярашлы, 24 сентябрҙә Бөрө ҡалаһына Краснокама районының Иҫке Йәнегет ауылынан йөк һәм пассажирҙарҙы ташый торған К-0309 паромы килгән. Паром 70 кеше һәм 14 еңел автомобиль һыйҙырмалы.

Бөгөн Бөрө районы халҡы ихтыяжы өсөн бик тә кәрәкле булған паром Ағиҙел йылғаһы аша 11.00 сәғәттә йөрөй башлаған. Билдәләнгән ваҡытҡа ярҙа бихисап пассажирҙар һәм еңел автомобилдәр йыйылған. Паромдың туҡтау урынын ойоштороуҙа урындағы эшҡыуарҙар ҙур ярҙам күрһәткән. Тәүге көндәрҙә паром хәрәкәтенең уңайлы теҙмәһен билдәләйәсәктәр. Әлегә ул пассажирҙар менән тулғас ҡына юлға сыға.
Паром менән йылға аша сығыу өсөн түбәндәге хаҡтар билдәләнгән:
- пассажирҙарға билет – 50 һум;
- пенсионерҙарға, өсөнсө төркөм инвалидтарына – 30 һум;
- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарына, 14 йәшкә тиклемге балаларға – бушлай;
- автомобилдәр – 150 һумдан алып.
Янғын һүндереү, “ашығыс ярҙам”, хоҡуҡ һаҡлау органдары автомобилдәре бушлай һәм ихтыяж булғанда тәүлек әйләнәһенә паром тулмаған осраҡта ла йөрөтөләсәк.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: