Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
26 Сентябрь 2020, 18:20

Йөҙөм менән алманан бәлеш

Ошондай бәлеш бешереп ҡарағанығыҙ бармы? Ул ял табынын тағы ла йәмләп ебәрер.

00 грамм аҡ май, 200 грамм шәкәр, 350 грамм он, биш алма, өс йомортҡа, 100 грамм йөҙөм, бер лимон, дүрт сәй ҡалағы йомшартҡыс, бер семтем тоҙ, абрикос повидлоһы кәрәк.
Тәүҙә йомшарған аҡ майҙы шәкәр, тоҙ һалып туғып, крем эшләйбеҙ. Йомортҡаны берешәрләп ҡушып, тағы ла болғайбыҙ ҙа лимон, йөҙөм, йомшартҡыс, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.
Шунан форманы майлап, ҡамырҙы йәйеп һалабыҙ, өҫтөнә алма киҫәктәре, лимон һутын өҫтәйбеҙ.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Артабан абрикос повидлоһын йылытып бәлешкә һөртәбеҙ.
Әҙерәк һыуығас, табынға бирергә мөмкин.
Автор: Рисаля Юмагулова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: