Ҡурай
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
27 Сентябрь 2020, 23:15
Ҡала уртаһында... ҡәберлек!
Дүртөйлө ҡалаһының үҙәк майҙанында төҙөкләндереү эштәре бара. Йөк машинаһы тәгәрмәсе соҡорға төшөп, шуны сығарғанда унда кеше ҡәбере табыла.
Ҡала хакимиәте етәкселеге урынға тарих музейы директоры Римма Имамованы саҡыра.
Уның һүҙҙәренсә, ҡәберлек һәм цинк табут яҡшы һаҡланған. Ә мәйет һөйәктәренең торошо ҡәбергә йөҙ йыл тирәһе икәненә ишаралай. Өҫтәүенә, ер аҫтында тотош зыярат урынлашҡан тип күҙаллана, сөнки артабан унда өс ҡәбер табыла. Өлкән йәштәге кешеләр әйтеүенсә, уларҙың икәүһе Дүртөйлөгә нигеҙ һалыусының бүләһе менән уның ҡатыныныҡы.
Ҡасандыр майҙандан алыҫ түгел сиркәү урынлашҡан була. Һәм шул тирәлә ҡәберлектәр ҙә тапҡан булғандар. Урындағы рухани һөйләүенсә, элек ябай кешеләрҙе - иман йорто артында, ә диндарҙарҙы алдында ерләгәндәр, шуға быға аптырарға кәрәкмәй.
Әле биләмә кәртәләп алынған. Унда прокуратура һәм полиция эшләй. Табылған кеше һөйәктәрен яҡындағы сиркәү ихатаһына күсереп ерләмәкселәр.
Фото: utv.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Сығанаҡ
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?