Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
28 Сентябрь 2020, 23:41

Ағиҙелдә Геройҙар Аллеяһы барлыҡҡа килде

"Йәшел Башҡортостан", "Еңеү урманы" акциялары сиктәрендә Ағиҙелдең үҙәк майҙанында Геройҙар Аллеяһы ултыртылды.

Аллеяға Советтар Союзы Геройы Абдулла Шаһиев исеме бирелде. Ағастарҙы ултыртыуҙа геройҙың улы Камил Абдулла улы һәм ейәндәре ҡатнашты.
Абдулла Файзурахман улы - данлыҡлы Миңлеғәли Шайморатов дивизияһының юғары исемгә лайыҡ булған 78 яугирының береһе. Ул пулеметсы булған, Днепр йылғаһынның ярҙарын дошмандан батырҙарса һаҡлағаны өсөн Советтар Союзы Геройы исеменән лайыҡ була, аҙаҡ Ленин орденын ала.
Аллеяға 15 ҙур булып үҫкән йүкә ағастарын ултырталар. Йәш үҫентеләргә ҡарағанда, ҙур ағастар дөрөҫ итеп ултыртҡан хәлдә тиҙерәк алынып китә. Йылдар буйы ағастар үҫкәнен көтәһе лә юҡ, ултыртыу менән йәмәғәт урыны тамамланған төҫ ала.
Читайте нас: