Ҡурай
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 13:45

Республикала Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектына конкурс иғлан ителде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың милли геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектына асыҡ конкурс уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Конкурсты ойоштороусы – Башҡортостан Башлығының Эштәр идаралығы, ул конкурс положениеһын һәм комиссия составын раҫларға тейеш.
Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына – «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы менән берлектә конкурсты яҡтыртыу, Башҡортостан Хөкүмәтенә Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.
Легендар комдивҡа һәйкәл Өфөнөң Совет майҙанында ҡуйыла.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: