Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
10 Октябрь 2020, 21:40

Яңауыл районы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Халыҡтың кәйефе күтәренке – быға сәбәптәр байтаҡ

Август айында Яңауыл районының барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тулғайны, ул саҡта эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле байрам саралары ойошторолманы. Ошо көндәрҙә муниципалитетта юбилейға арналған тантаналы саралар уҙа.
Әйтергә кәрәк, яңауылдар юбилейҙы күтәренке кәйеф менән ҡаршы ала. Быға сәбәптәр байтаҡ. Райондың социаль-иҡтисади хәле йылдан-йыл тотороҡлана бара – юлдарға асфальт түшәү, социаль-көнкүреш обьекттар һ.б. объекттар төҙөү дауам итә.
Бөгөнгө көндө район байтаҡ федераль һәм төбәк милли программаларында ҡатнаша.
Яңауыл районы – республиканың алға киткән, яҡшы үҫешкән төбәктәренең береһе. Район биләмәһендә нефть ятҡылыҡтары бихисап (Игровка, Вояҙы, Сытырман, Байсар, Львовка ятҡылыҡтары). Ағиҙел буйының убалы тигеҙлеге, төбәк халҡы һыулаған Беүә йылғаһы буйҙары малсылыҡ, игенселек, айырыуса йәшелсәселек тармаҡтары өсөн бик ҡулай.
Читайте нас: