Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
27 Октябрь 2020, 10:05

Сибайҙа битлектәр етештерелә

Бөтәһе алты кешегә эш урыны булдырылған

Сибай ҡалаһында бер тапҡыр ҡулланыла торған медицина битлектәре етештерелә башланы. 6,2 миллион һумлыҡ проектты ҡала эшҡыуары Роман Зәйҙуллин тормошҡа ашыра. Ул үҙ аҡсаһына сеймал һәм етештереү линияһы һатып алған.
Бөгөнгө киҫкен хәлдең үтә мөһимлеген аңлаған эшҡыуар оло йәштәгеләр өсөн мәрхәмәтлек акцияһы ойоштороп, пенсионерҙарға ике мең дана битлек таратҡан.
"Хәүеф төркөмөнә ҡараған оло йәштәгеләргә ярҙам итергә кәрәк, - ти Роман Зәйҙуллин. - Беҙ эште әле генә башланыҡ, ике меңләп үҙебеҙ етештергән медицина битлеген тараттыҡ. Ҡалала оло йәштәгеләр бик күп, уларға беҙҙең ярҙам бик урынлы булыр тип ышанам".
Әйткәндәй, был эштәрҙең барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бөтәһе алты кешегә эш урыны булдырылған.
Сығанаҡ: "Башинформ"
Читайте нас: