Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 10:05

Кәрәҙ-өйҙә йәшәгең килһә...

“Ер йорто” конкурсына иң яҡшы проект-тәҡдим өсөн тауыш биреү башланды

“Рәсәй экологияһы – РФ экология милли проекты” (“Экология России – нацпроект экология РФ”) мәғлүмәт порталы “Ер йорто” (“Дом Земли”) конкурсына иң яҡшы проект-тәҡдим өсөн тауыш биреүҙе башланы. Быйыл яҙ “Рәсәй ҡурсаулыҡтары” экоүҙәге” йәмғиәте дизайнерҙар һәм архитекторҙар араһында Рәсәй милли парктары ҡунаҡтары өсөн иң үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ объект тәҡдименә конкурс иғлан иткәйне.
“Ер йорто” ижади конкурсы милли парктарҙа, ҡурсаулыҡтарҙа һәм заказниктарҙа туристар өсөн үҙенсәлекле экологик йорт булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Конкурста ҡатнашыусыларға ҡурсаулыҡ биләмәләрендә, үҙҙәренә лә унда барғанда уңайлы булған, “йәшәү мөхите”н булдырыуға өлөш индерергә тәҡдим ителә. Проекттарҙы баһалауҙағы төп талаптар – тәбиғилек, яңылыҡ, функциональ-эстетик йәлеп итеүсәнлек.
Яҙ старт алған конкурсҡа ойоштороу комитеты 77 эште ҡабул иткән. Финалға 50 концепция сыҡҡан, улар өсөн https://ecologyofrussia.ru/vote2020/ һылтанмаһы буйынса тауыш бирергә мөмкин.
Рәсәй, Ҡаҙағстан, Австрия, Франция, Украина, Германия һәм Израиль кеүек илдәрҙән архитекторҙар тәҡдимдәр һәм үҙенсәлекле дизайнер эшләнмәләрен ебәргән. Йорт-палатка, йорт-ер аҫты өңө, кәрәҙ-өй – конкурста ҡатнашыусылар тәбиғәт мөхитенә ошондай төрлө ҡалыпҡа һалынмаған архитектура өлгөләрен индереүҙе тәҡдим иткән улар. Финалға шулай уҡ ҡунаҡ йорто, ҡалыплашҡан отелдәр, заманса кемпингтар кеүек традицион проекттар ҙа сыҡҡан.
“Рәсәй экологияһы – РФ экология милли проекты” (“Экология России – нацпроектэкология РФ”) сайтында халыҡ тауыш биреүе һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе һайлап алынасаҡ, уға 500 мең һум күләмендә приз тапшырыласаҡ, ә уның тәҡдиме айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендәге проекттарҙың береһендә ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Бер миллион һум аласаҡ төп еңеүсене конкурстың баһалама төркөмө ағзалары һайлап аласаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү быйыл декабрҙә уҙасаҡ.
Был конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите
Фото: ecologyofrussia.ru
Читайте нас: