Ҡурай
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
6 Ноябрь 2020, 14:50

Республикала Башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы уҙғарыла

Башҡортостанда башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы иғлан ителде. Проект тәүгә ойошторола. Еңеүселәр ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә, ә Гран-при эйәһенә 300 мең һум тапшырыла.

Сара этапта үткәрелә: ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә, һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау — 1-5 декабрҙә, конкурсҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы бүләкләү 14 декабрҙә була.
Ҡатнашыусыларҙың эштәре түбәндәге номинациялар буйынса баһалана: «Башҡорт милли кейеме – реконструкция», «Заманса авторлыҡ кейеме», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре», «Башҡорт кейеме аксессуарҙары».
Ғаризалар «Башҡорт милли кейеме 2020» билдәһе менән [email protected] электрон адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)272-36-50.
Сара милли кейемдең үҙенсәлекле ҡиммәттәренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас: