Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 18:50

Краснокама районының Күпербаш ауылында яңы заманса фельдшер-акушер пункты асылды.

Элекке ФАП башланғыс мәктәп менән бер ҡыйыҡ аҫтында иҫкереп бөткән бинала урынлашҡан була, уны авария хәлендә тип таныйҙар.Модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктында йылы һәм һалҡын һыу бар, электр менән йылытыла. Фельдшерға, акушерға һәм үҙәк район дауаханаһы табиптарының күсмә бригадаларына пациенттарҙы ҡабул итергә мөмкинлек биргән кәрәкле медицина ҡорамалдары бар.

Бөтә заман талаптарына һәм санитар нормаларға яуап биргән, кәрәкле инструменттар, ҡорамалдар менән тәьмин ителгән медицина учреждениеһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙамын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы барлыҡҡа килә, уны төҙөү өсөн федераль бюджеттан 2 миллион 970 мең һум аҡса бүленә, 500 меңлек 28 берәмек медицина ҡорамалы һәм йыһаз алына.
Күпербаш ФАП-ы Краснокама үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының 2-се Ҡуян бүлексәһенән 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул Күпербаш һәм Шәрип участкаларына ҡараған 200 кешене хеҙмәтләндерәсәк.
Модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктында йылы һәм һалҡын һыу бар, электр менән йылытыла. Фельдшерға, акушерға һәм үҙәк район дауаханаһы табиптарының күсмә бригадаларына пациенттарҙы ҡабул итергә мөмкинлек биргән кәрәкле медицина ҡорамалдары бар. Бинала фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедуралар бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөү урыны, хужалыҡ блогы, санузел ҡаралған. Халыҡты, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Бинаның тирә-яғы төҙөкләндерелгән, майҙансығына бетон түшәлгән. ФАП Интернет селтәренә тоташтырылған.
Яңы ФАП-та егерме йылдан ашыулыҡ стажға эйә юғары категориялы фельдшер-акушер Эльвира Хәбибуллина ҡабул итәсәк. Төҙөлөш барған ваҡытта ул пациенттарҙы өйҙәренә барып хеҙмәтләндергән.
Күпербаш халҡы яңы ФАП төҙөлөүгә бик шат.
2020 йылда Башҡортостанда 95 модулле һәм 13 капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункттарын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
«Беҙ һуңғы йылдарҙа күп төҙөйбөҙ, йылына – 100 һаулыҡ һаҡлау пунктынан кәм түгел. Ни өсөн тигәндә, оҙаҡ ваҡыт ауыл медицинаһына тейешле иғтибар бүленмәне, һәм хәҙер уны тергеҙергә кәрәк. Иң тәүҙә системаны көйләргә, матди базаны нығытырға кәрәк. Артабан иһә тағы ла ҡатмарлыраҡ бурыстар көтә – ауылды медицина кадрҙары менән тәьмин итеү, уларҙың квалификацияһын күтәреү, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе яйға һалыу. Был беҙҙең ҡулыбыҙҙан килә”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 октябрҙә Ауырғазы районында ике фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында.
Читайте нас: