Ошондай исем аҫтында «Берҙәм Рәсәй» төбәк партияһы акция башлаған ине. Сара сиктәрендә медицина хеҙмәткәрҙәренә сәй тупланмалары һәм ковид-дауахана пациенттарына гигиена саралары тапшырыла.
Хәстәрлек акцияһы Яңауылға ла килеп етте. Ирекмәндәр психоневрологик интернат хеҙмәткәрҙәренә күстәнәс алып килде. Әйтергә кәрәк, улар инде апрель айынан башлап карантинда.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлеге мәғлүмәте буйынса, «Табиптарҙы хәстәрләп» акцияһы 22 октябрь башланған. Бөтәһе меңдән ашыу тупланма таратыу күҙалланған, тип хәбәр ителә.