Ҡурай
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
19 Ноябрь 2020, 18:15

Иғтибар, боҙло ямғыр!

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы насар һауа торошо тураһында иҫкәртә.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республиканың төньяҡ райондарында йәшәүселәрҙе насар һауа торошо – боҙло ямғыр, боҙлауыҡ хаҡында иҫкәртә.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 19 ноябрҙә киске сәғәт 8-ҙән 20 ноябрь киске 8-гә тиклем көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ, төньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар, боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, юлда тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 9-14 метр. Һауа температураһы төндә -9,-14, көньяҡ-көнсығышта -20, көндөҙ -3,-8 градус.
Өфөлә лә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 9-14 метр. Һауа температураһы төндә -10,-12, көндөҙ -4,-6.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Ксения Калинина
Читайте нас: