Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 16:50

Яңы ҡабандар айыҡ тормош яҡлы

“Айыҡ ауыл” район конкурсы сиктәрендә Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылында “Айыҡлыҡ территорияһы” исемле түңәрәк өҫтәл үтте.

Сарала ҡатнашыусылар эскеселек проблемаларын һәм уның сисеү юлдарын асыҡлау маҡсаты менән түңәрәк өҫтәл артына онлайн-форматта йыйылды.
Яңы Ҡабан ауыл биләмәһе башлығы Илшат Башаров “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуҙың маҡсаттарын асыҡланы, ауыл тураһында һөйләне.
Ауыл социаль-профилактик үҙәге етәксеһе, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Альбина Солтанова ауыл халҡының, үҫмерҙәрҙең алкоголь эсемлектәрҙе ҡулланмай тип һөйлёп үтте. Социаль педагог Лариса Шәйгәрәева, ауыл китапханаһының баш китапханасыһы Гөлнара Ғүмәрова, ауыл мөҙөниәт йорто мөдире Эрина Яҡупова, фельдшер Светлана Сәлимйәнова ауыл халҡы менән башҡарылған эштәрҙе яҡтыртты.
Түңәрәк өҫтәл артында йёнле һөйлёшеү алып барылды. Был һөйләшеү оҙайлы һәм мауыҡтырғыс булды. Сарала ҡатнашыусылар ҡыйыу фекерҙәр әйтте, төрлө хәлдәргә миҫалдар килтереп, факттарға таянып уй йөрөттө, фаразланы.
Читайте нас: