Һөҙөмтәлә оло йәштәге кеше ошо ике ҡатын менән бергә банктан барып аҡса алған. Сепрәккә уралған купюраларҙы яңы таныштарына биргәс, тегеләре уның урынына сепрәккә урап һабын тотторған һәм өләсәйгә өйөнә тиклем артына әйләнеп ҡарамайынса ҡайтырға ҡушҡан. Өҫтәүенә алынған төргәкте бер нисә көндән генә асырға ҡушҡандар. Ә аҙаҡ унда аҡсаның юҡлығы асыҡланған.
Шулай итеп, өс йыл үтһә лә, был мутлыҡ ҡылған ҡатындар табылмаған. Зыян күргән кешенең һөйләүе буйынса, береһенең фотороботы эшләнгән. Эҙләнгән ҡатындың билдәләре: төҫкә 40-45 йәштә, буйы 155-160 сантиметр, ҡара-һорғолт сәсле, сикәһе эргәһендә ҡарараҡ. Ошо эҙләнгән ҡатын, уның ҡайҙалығы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә икәнһегеҙ, 8 (347) 279-39-02 (Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлеге), 8 (347) 237-19-60 (Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы дежур бүлеге), 7 347 279-52-00, +7 347 252-52-00 (Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығының 7-се полиция бүлеге) йәки 02 (102 – мобиль телефондан) шылтыратырға мөмкин, тип хәбәр итәләр ведомствонан.