Яңауыл районында дүрт туғыҙынсы класс уҡыусыһына планшеттар тапшырылды. Был малай һәм ҡыҙҙар Ирек Мөҡсинов исемендәге гимназия, Радик Гәрәев исемендәге мәктәп һәм лицейҙа белем ала.
Гаджеттар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән “Берҙәм Рәсәй” партияһы уҙғарған “Өйҙә уҡырға ярҙам ит!” акцияһына ярашлы бирелде.
Башҡортостан буйынса аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләнән булған уҡыусыларға бөтәһе ике йөҙ планшет тапшырылды. Электрон гаджеттар үҙизоляция осоронда уларға өйҙәрендә дистанцион уҡырға һәм имтихандарға әҙерләнергә ярҙам итәсәк.