Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Ноябрь 2020, 21:35

Новосибирск хөкүмәтенә һөжүм иткән...

Нефтекамала йәшәгән 32 йәшлек ир Новосибирск өлкәһе хөкүмәтенә ҡараған IP-адрес буйынса кибер-һөжүм яһаған.

Ошо көндәрҙә был кешегә суд хөкөм ҡарары сығарған, ул зыян килтереүсе компьютер программаларын булдырыу, ҡулланыу һәм таратыу өсөн закон алдында яуап бирәсәк.
Асыҡланыуынса, ир өйөндәге шәхси компьютерынан серверға зыян килтереүсе программа ҡуйған. Был софт мәғлүмәттең күсермәһен алыу, уны модификациялау, блок ҡуйыу өсөн санкцияһыҙ ҡулланыла. Һөҙөмтәлә Новосибирск өлкәһе хөкүмәте сайтына кибер-һөжүм ойоштороп, уның мәғлүмәт базаһына инергә маташҡан.
Суд ирҙең бәләкәй балалары булыуын, ғәйебен тулыһына таныуын, енәйәт эшен асыуҙа ярҙам итеүен иҫәпкә алған. Һөҙөмтәлә кибер-һөжүм менән мауыҡҡан әҙәм бер йылға иркенән мәхрүм ителгән.
Әллә ҡайҙағы өлкә хөкүмәте сайтындағы мәғлүмәт уға нимәгә кәрәк булғандыр - был һорау асыҡ килеш ҡала.
Фото: servernews.ru
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Novosibirsk-h-k-m-ten--g-m-itk-n-554566/
Читайте нас: