21 ноябрҙә Ҡомалаҡ ауылында Рәүил һәм Рәхилә Мөхәметдиновтар ғаиләһендә лә ҡаҙ өмәһе үтте. Улар күршеләрен, туғандарын һәм дуҫтарын саҡырып, халҡыбыҙҙың матур йолһын еренә еткереп үтәне.
Ҡаҙҙарҙы һуйғандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар, түңәрәккә теҙелеп ултырып, халҡыбыҙ йырҙарын йырлай-йырлай күңелле итеп ҡаҙ йолҡто. Әйтергә кәрәк, улар эшкә генә түгел, йыр-моңға ла бик әүҙемдәр. Эсен алып, таҙартҡандан һуң, ҡаҙ түшкәләрен сайҡанылар. Ә инде эш бөтөүгә уларҙы, йола буйынса, матур табын көтә ине.