-2 °С
Болотло
«Был ауыр кисерештәрҙе үҙем дә йөрәгем аша үткәрҙем: 5 йыл элек атайым яман шештән сирләне. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кеүек федераль структураларҙа эш тәжрибәм булғас, яман шеш менән яфаланған сирлеләргә нисек ярҙам итергә беләм. Минең «Онкомаяҡ» тигән проектым бар. «Маяҡ» яман шеш менән сирлеләр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса ойошманың 8-800 302 90 45 телефоны аша Ҡыҙыу бәйләнешкә шылтыратып, мәғлүмәти ярҙам алырға мөмкин. Белгестәр кемгә мөрәжәғәт итергә, нимә эшләргә, табип-онкологтың фекерен ишетергә, юридик һәм психологик ярҙам алырға булышасаҡтар»,— ти Әнүзә Мырҙабаева, «Һаумы!» яман шеш менән пациентарҙың ассоциацияһы етәксеһе, «Маяҡ» яман шеш менән сирлеләр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса ойошма директоры.
«Мин әллә ни йәш кеше түгел инде, ә бына башҡорт булараҡ йәшмен. Атайымдың күҙлеге аша мин һәр ваҡыт үҙемде башҡорт мәҙәниәтенең бер өлөшө итеп күрҙем, әммә аҙаҡҡы йылдарҙа мин сығышымды тәрәнерәк өйрән башланым. Шәжәрәмде төҙөнөм. Милли һыҙаттар, орнамент һәм башҡа төрлө аныҡ элементтар кеүек һынланмаһа ла, минең ижадымда һәр саҡ булған кеүек. Башҡорт һәйкәл сәнғәтенең киләсәге бик бай. Милләттәштәребеҙ араһында скульпторҙар һәм, ғөмүмән, ижадсылар күберәк булһын өсөн беҙ барыһын да эшләрбеҙ»,—тип белдерҙе Салауат Щербаков.
«Телмәр имиджы беҙҙең һәр беребеҙгә кәрәк. Айырыуса беҙҙең осорҙа, мессенджерҙар аша яҙышыу ныҡ таралғанда. Беҙ үҙ тауышыбыҙ менән һирәк аралашабыҙ. Бөгөнгө көндә көнкүреш телмәрҙән башҡа, беҙҙең ораторлыҡ оҫталығын камиллаштырыу мөмкинлеге юҡ. Беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙар һәм аралашыуҙар мөхите тарая бара, ваҡыт ҡыҫҡара. Һөйләшеүҙәр „Сәләм, хәлдәр?“ кимәленә тиклем етә. Шуға темләр оҫталығын камиллаштырыу бик кәрәк, ул һеҙҙе башҡаларҙан ныҡ айырып торасаҡ»,— тип белдерҙе Гөлнара Ибраҡова.
«Шәхси спорт клубын асыу хыялы менән күптән яна инем. Уны тормошҡа ашырырға — спорттағы уңыштарым, инвесторҙар йәлеп итергә яуланған исемем ярҙам итте. Бөгөн Мәскәүҙең үҙәгендә клубым эшләй һәм ул башҡалалағы иң абруйлы клубтарҙың береһе иҫәпләнә. Бында профессонал спортсылар шөғөлләнә. Икенсе клубым фитнес-зал форматында, унда теләге булған һәр кем йөрөй ала. Оҙаҡламай өсөнсө клубым асыласаҡ. Ниндәйҙер хыялды тормошҡа ашырыу өсөн теләк кенә әҙ, ошо хыял менән янырға, уға табан барырға кәрәк»,— тине сығышында Илфат Әмиров.
«Билингвизм- ике тел белеү, кеше уларҙы бер иш кимәлдә белһә лә, улар менән тигеҙ булмаған шарттарҙа файҙаланыуы ихтимал. Был күренеште Рәсәйҙә туған телдәргә бәйле күҙәтәбеҙ. Мәҫәлән, ғаиләлә, мәктәптә, социаль селтәрҙәрҙә беҙ үҙебеҙҙең туған телдә аралашабыҙ, ә һөнәри эшмәкәрлек һәм башҡа тармаҡтар рус теле аша башҡарыла. Билингвизм —ул өҫтөнлөк, һәм беҙ балаларыбыҙға ошо өҫтөнлөктө бирергә тейешбеҙ. Ике тел белеүселәрҙең аҡыл ҡеүәһе бер генә тел белгәндәрҙән юғарыраҡ: улар ижади ҡарашлы, хәтерҙәре яҡшыраҡ, тиҙерәк уйлай. Тәбиғи билингвизм — тимәк, тел үҙләштерелә, ә көсләп өйрәтелмәй. Туған телдәрҙе өйрәнеү тышҡы һәм эске мотивация менән бәйле. Тышҡы мотивация кешенең ғаиләһе, уҡыу йорто, власть органдары тарафынан булдырылған шарттар арҡаһында тыуа. Айырыуса эске мотивация мөһим. Был кешенең үҙенең теләге, маҡсатына бәйле. Балаға тел өйрәтеүҙә- иң яҡшы ысул. Шуға күрә лә ата-әсәләр бала бәләкәй сағында ошо мотивацияны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Тәүге өс йыл- сабый өсөн тел өйрәнеүҙә иң яҡшы мәл. Өс йәштән ун йәшкә тиклем һәләттәрҙе үҫтерергә кәрәк. Шулай уҡ, мөхит бик әһәмиәтле. Әгәр аралашыу өсөн ҡулайлы мөхит булмаһа, беҙ уны үҙебеҙ ойошторға мәжбүрбеҙ. Мәҫәлән, Мәскәүҙә беҙ үҙебеҙ шундай мәҙәниәт "утрау"ҙары булдырабыҙ ҙа инде. Бар Мәскәүҙән балалар йыйыла һәм туған телендә аралашыу мөмкинлеге ала»,— ти Ләйсән Әхмәҙуллина.