Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 23:50

Пневмония кире рекорд ҡуйыуын дауам итә

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 128 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 13 446-ға етте. Һауыҡҡандар – 11 518 (һуңғы тәүлектә 92 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 76.
Башҡортостан стационарҙарында – 353, амбулатор шарттарҙа 1499 ауырыу дауалана.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 411 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, унан шәбәйгән 416 пациент дауахананан сығарылған.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 632 171 тикшереү үткәрелгән, 1 579 321 кеше ҡаралған. Һуңғы тәүлектә 10 191 тикшереү уҙғарылған.
Сирлеләр һаны буйынса беренсе урында – Өфө ҡалаһы (5074 кеше), икенселә – Туймазы районы (805), өсөнсөлә – Бәләбәй районы (695). Иң аҙ сирләгәндәр Йылайыр районында (5) һәм Межгорье ҡалаһында (3).
Шулай уҡ бынан бер аҙна элек, 16 ноябрҙә, Өфөлә Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй башлағаны мәғлүм. Тәүге аҙнала уның белгестәре алты меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул иткән (шул иҫәптән 1,2 мең шылтыратыуға медицина өлкәһендәге белгестәр яуап биргән), уларҙың күбеһе амбулатор ярҙам, йортҡа табип саҡырыу, анализдар һөҙөмтәһен асыҡлау, дарыуҙар мәнән тәьминәт мәсьәләләренә бәйле. Бәғзеләрҙе ковид-госпиталдәрҙә ятҡан яҡындарының хәл-әхүәле борсой, улар ҙа мәғлүмәт эҙләп колл-үҙәккә шылтырата.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: үҙәк белгестәренә республикалағы барлыҡ райондарҙан да түбәндәге телефон номеры буйынса шылтыратырға, коронавирусҡа бәйле тыуған бөтөн һорауҙарға яуап алырға мөмкин:
8 (347) 218-19-19.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Pnevmoniya-kire-rekord-uyiuin-dauam-it-559380/
Читайте нас: