Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
28 Ноябрь 2020, 00:45

Алырға аҙ булһа ла, бирергә күп

“Кешенекен ваҡытлыса алаһың да үҙеңдекен мәңгелеккә бирәһең”, – үтескә алыусының тойғоларын берәү шулай тип аңлатҡан. Ә бит был осраҡта һүҙ дуҫың-танышыңдан процентһыҙ бурысҡа алыу тураһында ғына бара. Тик кешенән бурысҡа алып тороу хәҙерге заманда мөмкин булмаған ғәмәл тиерлек. Бөтә ялыныс – микрозайм ойошмаларына. “Бер аҙнанан эш хаҡы бирәсәктәр, түләрмен әле...” Тик аҙна үтеүгә, хәл бөтөнләй үҙгәреп китә...

Кем кемгә партнер?

Хәтерләйһегеҙҙер, үткән быуат­тың 90-сы йылдарында телеви­зорҙа “МММ” етәксеһе Мавродиҙың рекламаһын бер туҡтауһыҙ әйлән­дерәләр ине: Леня Голубков, ағаһы­ның: “Һин – халявщик!” тип ғәйеп­ләүенә ҡаршы һауалы ғына итеп: “Юҡ, мин – партнер!” – тип ҡуя ине. Микрозаймдарҙы данлаған һәм телевизор аша көн дә тиерлек күрһәтелгән роликтар ҙа ошо маҡсатҡа – бер ҡатлылыҡҡа һәм матди ынтылышҡа арналған. Улар, әлбиттә, бер эш хаҡынан икенсе­һенә саҡлы осон-осҡа ялғап йәшә­гән граждандарҙы күҙ уңында тота.

Мәҫәлән, олатаһы менән ейәне боҙ майҙаны янынан үтә. Малайҙың күҙҙәре моңһоу – уның да ошо майҙанда уйнағыһы бик килә, ләкин спорт кейеме, клюшкаһы, каскаһы... ҡыҫҡаһы, спорт әйберҙәре үтә ҡиммәт. Шул саҡ кадр алмашына: ҡәнәғәт малай яңы хоккей форма­һында ҡапҡаға гол индерә. Тамашасылар гөр килә. Ә малайҙың атаһы, уның олатаһына табан боролоп, ғәжәпләнеп һорай: “Нисек? Ҡайҙан?” Олатай кеше ғорур ғына иңбашын һикертә: “Микрозайм!”

Бик тә тәьҫирле хәл-күренеш. Шунда уҡ микрозайм таратҡан урынға йүгерге килә. Тик бына реклама унда проценттарҙың ҡот осҡос, йәғни йылына 200-300-гә еткәнен өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Тимәк, пенсионер үҙен бурыс һаҙлығына батырған. Киләһе пенсияһы бер айҙан ғына, ә проценттар көн дә үҫә бара. Хатта үҙенә ашарға, дарыу алырға ҡалдырмаған хәлдә лә ҡар йомарлағы кеүек ҙурая барған бурысты тиҙ генә түләүе, ай-һай...

Мохтажлыҡ мәжбүр итә лә бит...

Кредит алырға яратаһыңмы? Был һорау артыҡ та кеүек – кредитһыҙ йәшәгән кешене осратыуы ҡыйын хәҙерге заманда, ләкин бурысҡа алғанда матур әйбергә күҙ ҡыҙыуҙан алда аҡыл менән үлсәргә, мөмкинлегеңде самалап ҡарарға кәрәк. Хәйер, йыш ҡына кешене бер ҡатлылыҡта ғәйепләүе лә ҡыйын – тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай, ҡайһы саҡта аҡса үтә ашығыс кәрәк шул. Бөгөнгө пандемия шарттарында, эш хаҡы менән тотҡарлыҡтар килеп сыҡҡанда бигерәк тә. Был мәҡәлә шундайҙарға – ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫкәндәргә – иҫәпләнгән, сөнки күптән түгел кредит алыусыларҙың тормошон ҡатмарландырған закон ғәмәлгә инде...

Был ҡануниәт тәүге сиратта, бирәсәген онотоп, бөгөн ҡулға алған ҙур сумманан үрле-ҡырлы һикереп шатланыусыларға ҡағыла: “Нотариат тураһындағы ҡануниәт нигеҙҙәре”нә үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә банктарға кредит буйынса кисектерелгән бурысты ҡайтартып алыу ябайлашты. Хәҙер улар бының өсөн, судҡа мөрәжәғәт итеп тормай, нотариустан ҡарар сығартып ҡына аласаҡ һәм артабан бурыслының мөлкәтен ҡулға алыу эшенә бер хоҡуҡи тотҡарлыҡһыҙ тотонасаҡ. Суд эше, белеүебеҙсә, бик сетерекле һәм оҙайлы процесс: банктың юрисы дәғүә яҙа, уны ҡарауҙың ҡасанға тәғәйенләнеүен көтә, ғәйепле яҡ үҙ адвокатын яллай, уныһы тағы дәғүәне кире ҡағырға маташҡан дәлилдәре менән күмеп ташлай. Суд уларҙың барыһын да ҡарарға, һәр яҡты тыңларға бурыслы. Ултырыштар әленән-әле кисектерелә: йә теге яҡтың адвокаты килмәй, йә был яҡ сирләп китә йәки ашығыс командировкаға киткән. Йылдар буйы барған суд эштәре бихисап. Ә бушҡа киткән ваҡыт – банк өсөн иҡтисади юғалтыу, шуға күрә яңы ҡанун улар өсөн бик отошло булмаҡсы.

Кисектерелгән бурыс тип түләү датаһынан һуң да ике ай буйы ҡайтарылмаған аҡсаны атайҙар. Рәсәй Граждандар кодексының 811-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, түләү ваҡыты уҙған бурыс­ҡа айырым процент ҡулланыла алыуы ҡанунлаштырылған. Ә илдең Юғары суды Пленумының 1998 йылдың 4 октябрендәге 13-сө ҡарары был проценттарҙың кредит килешеүендә ҡаралғандан да ҙурыраҡ булыуын законлы тип таный. Тимәк, бурысты ваҡытында ҡайтармаһаң, банктарға үпкәләргә урын юҡ.

Хәҙер килеп, банктарға бурысты ҡайтартыу еңеләйҙе. Белгестәр аңлатыуынса, уларҙың был хоҡуғы быйыл июль айында үҙ көсөнә ингәйне, ләкин, яңы ҡанунға ярашлы, документтарҙы әҙерләү күпмелер ваҡыт талап итте. Хәҙер банктар бурысҡа аҡса биргәндә килешеүгә яңы шартты ла яҙа ала – кисектерелгән бурыс нотариус ҡарары нигеҙендә мәжбүри түләтеләсәк.
Бер нәмә лә буш урында тыу­май. Банктарҙы ла шундай ҡанун­ды ҡабул иттереүгә өлгәшергә нужа мәжбүр иткән. “Бурысты ҡайтарыу­ҙың оҙаҡҡа кисектерелеүе бик күптәрҙең ябай ғына ла финанс белеме етешмәүе һәм бер ҡатлылығы арҡаһында килеп сыға. Ундайҙар алдағы килемдәрен насар күҙ алдына килтерә һәм үҙ көстәренә артыҡ ышана”, – тип аңлата банк кредиты буйынса эксперттар. Кредит тарихы буйынса милли бюро хисаплап сығарыуынса, Башҡортостанда 14 йылға иҫәпләнгән 1,5 миллион һумлыҡ ипотека кредитын даими түләп барыу өсөн айына 60 мең һумлыҡ килемгә эйә булыу мотлаҡ. Ә күпселектең айлыҡ килеме был күрһәткестән алыҫ.

Коллекторҙар “тыныслана” төштө

Бурысты түләтеү буйынса кол­лекторҙарҙың кредит алғандарға ҡарата башбаштаҡлығы – телефондан бер туҡтауһыҙ янауы, ишеген емереп китеүе, балаларын ҡурҡытыуы һәм башҡалар – тураһында элек йыш яҙыла ине. Хәҙер был турала һирәк ишетәбеҙ һәм уҡыйбыҙ, сөнки 230-сы Федераль законға ярашлы, бындай ҡырын эштәр өсөн енәйәт яуап­лылығы ҡаралған. Күптән түгел, мәҫәлән, Өфөлә “Поколение” микрокредит ойошмаһының директорына штраф һалғандар: уның күрһәтмәһе буйынса коллекторҙар бурысын ваҡытында ҡайтара алмаған бер иргә психологик баҫым яһау менән шөғөлләнгән икән.
– Телефондан шылтыратыу тәүлегенә бер тапҡырҙан, аҙнаһына – икешәрҙән һәм айына һигеҙ тапҡырҙан да ашырға тейеш түгел, – ти Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ләйсән Ноғоманова. – Был осраҡта кредиторҙар һәр саҡ яғымлы һөйләшергә бурыслы. Шулай уҡ уға тулы исем-шәрифен һәм ойошмаһын атау талабы ла ҡуйыла.

Бурысын түләп бөткән клиент­тарҙың паспорт мәғлүмәттәрен файҙаланып, кредиттарҙы закон­һыҙ яҙып ултырған мут әҙәмдәр ҙә юҡ түгел. Өфөнөң Киров районында, мәҫәлән, “Өфө-Альянс” тигән микрокредит ойошмаһында тап шулай ҡыланғандар ҙа. Һөҙөм­тәлә граждандарҙың кеҫәһенән 820 мең һум урланған. Ошо районда йәшәгән ҡатындың телефонына бурысын кисектереүе тураһында хәбәр килгәс, ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.

– Беҙ тикшереү үткәрҙек һәм уның һөҙөмтәһендә енәйәт эше асылды, суд ошо ике алдаҡсы “кредитор”ҙы ике һәм ике йыл ярымға иркенән мәхрүм итте, – ти Киров районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Флүзә Кәлимуллина.

Бурыслы булырға тура килһә...

Хәҙерге заманда һәр кем документтарынан күҙ яҙҙырмаҫҡа тейешле. Юғалтһағыҙ, шунда уҡ полицияға хәбәр итергә кәрәк, юғиһә алдаҡсыларға был доку­ментҡа икенсе фото йәбештереү һис ҡыйын булмаясаҡ. Баш ҡа­ланың Киров районы прокура­тураһында хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалалағы 25 йәшлек иргә 40 мең һумлыҡ кредит бурысы барлығы тураһында хәбәр килгәс, ул аптырап ҡала. Баҡһаң, енәйәтселәр осраҡлы аҡса эшләргә теләгәндәр араһынан бер әҙәмде табып, уның фотоһын әлеге табылған (йәки урланған) паспортҡа йәбештереп, кредит алырға ебәргәндәр. Һөҙөмтәлә паспорттың ысын хужаһы бурысҡа батҡан. Видеокамералар яҙма­ларын ҡарап, был алдаҡсыларҙы тотҡандар.

Ә Белорет ҡалаһындағы 29 йәшлек ҡатынды ошо уҡ ысул менән хатта 600 мең һумға “төп башына ултыртҡандар”. Уға тәүҙә банктан кредит тәҡдим иткән хәбәр килгән, артабан активациялауҙың дүрт һанлы кодын ебәргәндәр. Ҡатын быны иғтибарһыҙ ҡалдыр­ған. Шунан һуң банк хеҙмәткәре шылтыратҡан һәм уның кредит алыу-алмауы менән ҡыҙыҡһынған. Ҡатын кәрәкмәгәнен әйткәс: “Ул саҡта баш тартыуығыҙ тураһында әлеге хәбәрҙән кодты ебәрегеҙ”, – тигәндәр. Артабан ошо код буйынса уның иҫәбенә 600 мең һум күскән. Тағы әлеге хеҙмәткәр шылтыратҡан да был аҡсаның уныҡы түгеллеген һәм хәҙер ул әйтәсәк банк иҫәбенә күсереүҙе талап иткән. Шикләнә төшкән ҡатын полицияға хәбәр итә. Әле был финанс енәйәтселәрен эҙләйҙәр.

Флүзә КӘЛИМУЛЛИНА, Өфөнөң Киров районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы:

– Микрокредиттар биреүҙең ябайлығы арҡаһында хоҡуҡи майҙандан ситкә сыҡҡан төрлө хәлдәр йыш осрай. Аҡсаны тиҙ алыу өсөн, ғәҙәттә, паспорт ҡына талап итәләр. Икенсе төрлө әйткәндә, кредит биргән ойошма аманат (залог), поручитель ҡағыҙы йәки башҡа төрлө элементар финанс гарантияһы талап итмәй, шуға күрә һуңғы осорҙа кредит килешеүҙәрен бурысҡа алыусының ялған ҡултамғаһын ҡуйып төҙөү осраҡтары күбәйҙе. Берҙәм база булмағас, кешеләр үҙҙәренең бурыслы булыуы тураһында микрокредит ойошмаһынан шылтырата йәки яҙа башлағас ҡына белеп ҡала. Был осраҡта кисекмәҫтән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Судҡа повестка килһә, кредит килешеүен ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныуҙы һораған ҡаршы дәғүә яҙыу урынлы буласаҡ. Быны эшләп өлгәрмәһәгеҙ, бурыс барлыҡҡа килеүе тураһындағы суд ҡарарынан һуң ун көн эсендә ошо ҡарарҙың үтәлешен кире ҡаҡҡан хат яҙығыҙ. Артабан судҡа дәғүә яҙыла һәм ике яҡтың да ҡатнашлығында ҡаралырға тейешле, ошо ултырышта ҡаршы дәғүә бирелә лә инде. Һис һүҙһеҙ, ялған килешеү төҙөгән кешеләр яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш. Әгәр ҙә урланған сумма 2500 һумға саҡлым икән, был осраҡта административ яуаплылыҡ барлыҡҡа килә, күберәк булһа, Рәсәй Енәйәт кодексының 159.1-се статьяһы (кредитлау өлкәһендәге мутлыҡ) буйынса эш ҡуҙғатыла.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/alyr-a-a-bul-a-la-birerg-k-p-/
Читайте нас: