Ҡурай
-2 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
3 Декабря 2020, 08:25

Башҡортостан уҡыусылары 7 декабрҙән мәктәптә уҡый башлай

Дүшәмбе, 7 декабрҙә, республиканың барлыҡ мәктәптәрендә көндөҙгө уҡыу тергеҙелә. Башҡортостан башлығы хакимиәтендәге сығанаҡ «Башинформ» агентлығына кисә төбәк оператив штабы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итеүҙәрен хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл тотороҡланды, шуға уҡыусыларға мәктәпкә йөрөп уҡырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика уҡыусылары 9 ноябрҙән дистанцион уҡыуға күсерелгәйне.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығына республиканың барлыҡ мәктәптәрендә санитар нормаларҙы үтәүҙе тикшерергә ҡушты.
https://www.bashinform.ru/news/1529115-shkolniki-bashkirii-s-7-dekabrya-vozvrashchayutsya-k-ochnomu-rezhimu-ucheby/
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас