Асыҡ конкурстың еңеүселәре өс төрлө номинацияла билдәләнде: бала башҡарыуында бишек йыры, бала менән ошо кеше башҡарыуында бишек йыры һәм бишек эшләү оҫтаһы. Бәйгегә төрлө ҡала һәм райондарҙан 105 ғариза ҡабул ителгән. Проект республика халҡына хуш килгән. Конкурстың беренсе онлайн-турына бәләкәй балаларҙан, әсәйҙәрҙән һәм атайҙарҙан, өләсәйҙәрҙән һәм олатайҙарҙан видеояҙмалар ҡабул ителгән. Билдәле этнографтарҙан, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән, күп балалы атай-әсәйҙәрҙән торған жюри һәр яҙманы ентекләп ҡарап, тикшереп, финалға үтеүселәрҙе билдәләне. Шулай итеп, финалға 24 ҡатнашыусы сыҡты. Тамашасылар уларҙы бүләкләү тантанаһын Башҡортостан юлдаш һәм “Тамыр” телеканалдары аша ҡарай ала.
Быйылғы конкурс Башҡорт теле йылына арналды. Белеүебеҙсә, ул Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына БР Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Ойоштороусылар киләһе йылда “Бишек”те күп милләтле проект итеп үҫтерергә һәм халыҡтарҙың баһалап бөткөһөҙ мираҫына – бишек йырҙарына яңы һулыш бирергә йыйына. Проект авторҙары – “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы һәм “Әсә йөрәге” әсәләр советы төбәк ойошмаһы, һис шикһеҙ, баһалап бөткөһөҙ изге эш башҡарҙы.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/Bishek-te-e-e-sel-re-kemd-r-578075/