Тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, ҡала территорияһында Илдиан тимер яһау заводы булған, әммә уның аныҡ урыны әлегә тиклем билдәһеҙ булып ҡала килде. Археологтар был заводтың, уның эшселәре йәшәгән ауыл урынын, неолит дәүерендәге – беҙҙең эраға тиклемге дүртенсе быуат уртаһындағы керамика фрагменттарын тапты. Бөгөнгөбөҙҙән алып иҫәпләгәндә, был керамикаға алты мең йыл. Ғалимдар артефакттарҙы Нефтекама тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырҙы. Коллекция музейҙың “Палеонтология һәм археология” залында ҡуйыла.