Ҡурай
+19 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
12 Декабря 2020, 07:04

Музейҙа – яңы мультимедиа комплексы

9 декабрҙә Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан республика муниципалитеттары музейҙарында «Генерал-майор Шайморатов» исемле экспозиция – күргәҙмә комплекстары асылды.

Ағиҙел ҡалаһында был комплекс ҡаланың тарих музейында асылды. Экспозицияны асыу хоҡуғы ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилвановҡа һәм музей мөдире Әлфиә Дәүләтоваға бирелде.
Тантаналы сара сиктәрендә Фәнис Ғилванов ҡалала Хәтер һәм Дан йылын үткәреүҙә ҙур өлөш индергән, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү өлкәһендә киң эшмәкәрлек алып барған педагогтарҙы, физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне.
Читайте нас