Ҡурай
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
12 Декабрь 2020, 23:50

Пермь крайында башҡорт телен факультативтарҙа өйрәнәләр

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына үткәрелгән конкурста әүҙем ҡатнашып, бихисап матур башланғыстарҙы тормошҡа ашырып килә.

Быйыл улар әлеге грант ярҙамында башҡорт теле буйынса факультативтарҙа шөғөлләнгән уҡыусыларға тәғәйенләнгән эш дәфтәрҙәре, башҡорт теленең ғәйнә диалектындағы 3000 һүҙ индерелгән һүҙлек, ошо төбәктән сыҡҡан яҙыусы, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәйнә ырыуы башҡорто Наил Ғәбдүшевтең шиғырҙар йыйынтығын (ғәйнә диалектында) нәшер итеүгә өлгәшкән. Шулай уҡ “Нурлы Барҙа” гәзитендә диалект телендә “Ғәйнә башҡорттары” тигән ҡушымта донъя күрә.
Әлеге көндә Пермь крайының Барҙа районындағы Ғ. Туҡай исемендәге Барҙа гимназияһында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе һәм крайҙың башҡорт халҡы күпләп йәшәгән ауылдарында башҡорт телен өйрәнеү буйынса 10 факультатив эшләп килә. Уларҙың барыһы ла үрҙә әйтелгән махсус эш дәфтәрҙәре, методик ҡулланмалар менән тәьмин ителгән. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үтә. Ошо көндәрҙә факультативтарҙа шөғөлләнгән балалар араһында башҡорт телен белеүгә арналған викторина ойошторолған. Еңеүселәр Башҡорт теле көнө айҡанлы үтәсәк ҙур байрамда билдәләнәсәк.
“Йәкшәмбе мәктәбенә, башҡорт теле факультативтарына уҡыусылар йәлеп итеү бик үк еңел эш түгел, сөнки бөгөн хатта саф башҡорт ауылдарында ла балалар үҙ-ара рус телендә аралашыуға күсеп бара. Атай-әсәйҙәр араһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Күптәрҙең үҙҙәренең Ғәйнә һәм башҡа ырыуҙарға ҡараған башҡорттар булыуын аңлай башлауы, шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһыныуы ҡыуандыра. Башҡарылған эштәр менән туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ, яҡын арала тағы ике башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асыу ниәте бар”, - тип һөйләп үтте Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Тимерғәзи улы Мөхәмәтйәнов.

Фотола: Ғәйнә башҡорттарының йәш быуыны тарихи шәхес Туҡтамыш Ишбулатовҡа ҡуйылған һәйкәл янында.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/Perm-krayinda-bash-ort-telen-fakultativtar-a-yr-n-l-r-587296/


Фото: Пермь крайындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенән.
Читайте нас