Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 17:34

Ғүмер ул бер генә, бәхетем һин генә

Яңауылда ғаилә юбилярҙарын тәбрикләнеләр

Ошо көндәрҙә Яңауылда Ғаяновтар ғаиләһен тәбрикләнеләр. ЗАГС начальнигы Линиза Ғәлиева һөйләүе буйынса, алтын юбилярҙар Назир Ғаян улы менән Фирүзә Әсәт ҡыҙының һөйөү хистәре йылдар буйына һыналған, унда уңыштары һәм шатлыҡ-көйөнөстәре лә күп булғандыр. Әммә оло мөхәббәт, тоғролоҡ, сабырлыҡ бәхетле ғаилә тормошо бүләк иткән үҙҙәренә.
Бындай ғаиләләр Яңауыл районында байтаҡ. Быйыл ғына ете пар бриллиант, утыҙ туғыҙы алтын туй туйлаған.
Улар барыһы ла татыу ғаилә ҡороп, балаларына матур тәрбиә биргән, хәҙер инде ейәндәрен ҡараша.
Читайте нас