Миҙгелдең темаһы – “Беҙ үҙебеҙ”, уйындың темаһы – “Башҡорт теле көнө”. Республика район һәм ҡалаларынан был уйында 28 ғариза ҡабул ителгән, 21 команда финалда ҡатнашҡан. 14 декабрҙә уйындың һөҙөмтәләре билдәләнде. “Замана балалары” командаһы рейтинг буйынса етенсе урында. Улар өсөнсө миҙгелдә ҡатнаша. “Яңы ҡабандар” командаһы дебютанттар булыуҙарына ҡарамаҫтан, шулай уҡ бик уңышлы сығыш яһаны.