Владимир Путин белдереүенсә, әгәр әсә ноябрь, декабрь өсөн аҡса ала алмаған икән, тимәк, ғәмәлдәге ярҙам системаһында проблемалар килеп сыҡҡан. Ул ҡатындың ҡайҙан яҙғанын асыҡларға, уның проблемаһын хәл итергә ҡушты.
– Ғәмәлдәге системаның эшен көйләргә кәрәк, аҙаҡ инде яңы түләүҙәр тураһында уйларға, – тине Владимир Путин.
Мөрәжәғәт итеүсенең Башҡортостандан икәнлеген белгәс, ул беҙҙең етәкселеккә ҡарата үҙ фекерен дә белдерҙе.
– Башҡортостанда һөҙөмтәле эшләгән йәш, әүҙем етәксе, минеңсә, ул әле беҙҙе мотлаҡ ишетә. Эйе, ҡайһы берҙә пособиелар түләүҙә өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүе бар, мәсьәлә хәл ителер тип уйлайым, – тине ул.