“Быйыл республика бюджетына көсәйтелгән йөкләмә ятты. 12 миллиард һум тирәһе аҡса ковидҡа ҡаршы йүнәлтелгән сараларға сарыф ителде. Был – ике дауахана төҙөлөшө, медицина ҡоролмалары, дарыуҙар һатып алыу. Өҫтәүенә шәхси һаҡланыу сараларын һәм дезинфекциялау препараттарын һатып алыу, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә дәртләндереү түләүҙәре. Шуны ла аңларға кәрәк, килемдәр 15 процентҡа кәмене. Был ковид менән дә, нефтте сығарыу һәм эшкәртеү менән дә бәйле. Пандемия эҙемтәләре үтелмәгән әле. Киләһе йылда ла быны тоясаҡбыҙ. Юғалтыуҙар әҙерәк булһын өсөн федераль үҙәктең ярҙамы кәрәк.
Бөгөн Мәскәүҙә эшләйем. Рәсәй финанс министрының беренсе урынбаҫары Леонид Горнин һәм финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров менән осраштым. Федераль бюджеттың Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү менән бәйле беҙҙә планлаштырылған эштәрҙе финанслауҙа ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында һөйләштек.
Ҡайһы бер социаль объекттарҙы – Дәүләт циркын, Ҡурсаҡ, Рус дәүләт драма театрҙарын һәм башҡаларҙы үҙгәртеп ҡорорға теләйбеҙ. Уларҙың ниндәй хәлдә икәнлеген үҙегеҙ күрәһегеҙ. Бер нисә яңы объект төҙөргә йыйынабыҙ: айырып әйткәндә, филармония һәм халыҡ-ара кимәлдәге универсаль стадион. Тағы парктарҙы, скверҙарҙы заманса үҙгәртеп ҡорорға, Ҡариҙел буйҙарын төҙөкләндерергә планлаштырабыҙ.
Икенсенән, тағы бер мөһим әйбер хаҡында һөйләштек. Ул – төбәк бюджеттары сығымы үҫешенә килтергән федераль закондарға үҙгәрештәр. Уларҙы компенсациялау мөмкинлеге хаҡында һүҙ булды. Мәҫәлән, пассажирҙар ташыу һәм янғынға ҡаршы хеҙмәтте тотоу йәһәтенән. Бюджет тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн киләһе йылда төбәктәрҙең халыҡтың эшләмәгән өлөшөн мотлаҡ медицина страховкалауға страховка иғәнәләре өсөн штраф санкцияларын кире алыуҙы һораныҡ. Ойошмалар, физик шәхестәр һәм башҡалар килеменән һалым хаҡында ла һүҙ булды. Мәсьәләләр ҡатмарлы, дискуссия еңел түгел, әммә беҙ уларҙан ҡурҡмайбыҙ. Эшләйәсәкбеҙ”.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Kil-e-yilda-la-toyasa-bi--le-608948/