Геннадий Перевышин урмансы Перевышиндар династияһында өсөнсө быуын вәкиле. Уның олатаһы, ике ағаһы һәм атаһы ғүмерҙәрен урман һағына арнаған. Армиянан һуң М.Горький исемендәге Мари политехник институтының урман хужалығы факультетын тамамлап, Краснокама районы Николо-Березовка урмансылығында лесничий булып эшләй башлай ул. Ҡатыны Наталья Сергеевна урман хужалығы инженеры вазифаһын башҡара.
Тиҙҙән Геннадий Дмитриевичты өлкән лесничий итеп ҡуялар, ә 1984 йылда Краснокама урман хужалығы директоры вазифаһына үрләтәләр.
Ул йылдарҙа был хужалыҡ республиканың Урман хужалығы министрлығы системаһында эре предприятиеларҙан була: Краснокама районы урмандарынан тыш, Яңауыл районы һәм Ҡалтасы урмандарының яртыһы инә. Урман хужалығы туғыҙ лесничествоны берләштерә. Урмандарҙы 15 мастер участкаһына берләштерелгән 77 лесник һаҡлай. «Ағас киҫтеңме – икене ултырт» принцибы ҡәтғи һаҡлана. Йыл һайын 450 гектарҙа ағас киҫәләр һәм 500 гектарҙа үҫентеләр ултырталар. Хужалыҡта 300-гә яҡын кеше эшләй, техника паркы гөрләп тора.
Ошо хужалыҡ менән оҫта етәкселек итергә лә кәрәк. Ә директор итеп ҡуйғанда Геннадий Дмитриевичҡа ни бары 31 йәш була. Әммә йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул коллектив менән уртаҡ телде тиҙ таба. Краснокама урман хужалығының квартал һәм йыл һайын республикала икенсе-өсөнсө урындарҙы алғанын өлкән быуын әле булһа хәтерләй. Алдынғы тәжрибәне өйрәнер өсөн бында бөтә Башҡортостандан белгестәр килә.
«Краснокама урман хужалығы» 2008 йылға, «Краснокама урманы» унитар предприятиеһы итеп үҙгәртелгәнсегә тиклем, эшләй. Шул йылдар дәүерендә уны Геннадий Перевышин етәкләй. Ул урман хужалығын күтәрә, ә хужалыҡ уны ололай. Геннадий Дмитриевичҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман хеҙмәткәре», «Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы урман хеҙмәткәре» тигән юғары исемдәр бирелә. Рәсәй Урман хужалығы департаментының 200 йыллығы уңайынан юбилей миҙалы менән бүләкләнә. Ә Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттарының иҫәбе юҡ.
2014 йылдың 20 мартында Башҡортостан Республикаһының “Яңауыл урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы төҙөлә, ә Краснокама районы территорияһында уның участкаһы ойошторола. Шул көндән алып Геннадий Перевышин әлеге участканы етәкләй.
Әлбиттә, участканы урман хужалығы менән сағыштырып булмай. Унда етәксеһе менән бергә ни бары туғыҙ кеше эшләй. Әммә, кем әйтмешләй, һандамы ни хикмәт. Участка коллективы файҙалы эш менән шөғөлләнә: ағас ултырта, урмандарҙы тәрбиәләй, ҡороған һәм сирле ағастарҙы киҫә, халыҡҡа утын әҙерләп һата.
Мәҫәлән, быйыл 28 гектарҙа ағас ултыртҡандар, 565 гектарҙа ҡороған һәм сирле ағастарҙы киҫкәндәр, 8400 кубометр ағас әҙерләгәндәр, 170 гектарҙа – урман культураларын, 80 гектарҙа үҫентеләр тәрбиәләгәндәр.
Уҙған йылда 11 миллион һумға продукция һатҡан булһалар, быйыл был һан 12 миллионға етәсәк.
Участкала урмандың ысын патриоттары эшләй. Мәҫәлән, тракторсы Рәмзә Сәлихйәнов 1991 йылдан бирле көс һала. Ағас ташыусы машина водителе Сергей Тоначев армиянан һуң Краснокама урман хужалығына эшкә урынлаша һәм әлегә тиклем шунда хеҙмәт һала. Ә Юрий Милюков водитель булып бөтөнләй 1986 йылдан алып эшләй. Мастер Рәфил Ямалетдинов бында 1994 йылда килгән булһа, инженер Илфания Мөхәмәтйәнова 1998 йылда эшләй башлаған. Стажы буйынса иң йәше - урман ауҙарыусы Дамир Әмиров, ул 10 йыл эшләй. Туғыҙ эшсенең бишеһе лайыҡлы ялда, әммә коллектив менән айырылышырға теләмәй.
Бына шулай, бер кеше яҙмышы миҫалында урман хужалығының тарҡалыу тарихы күҙәтелә. Геннадий Дмитриевич урман хужалығына аҡса бүленеүҙең ни өсөн йылдан-йыл кәмеүен бер нисек тә аңлата алмай. Урмандың ысын хужаһы булмауы уны ныҡ борсой. Бөгөнгө урмандарҙы ул “хужаһыҙ келәттәр” тип атай.
Ә бит урман бөтә халыҡ байлығы. Йыл һайын иртә яҙҙан башлап үҙәк телевидениенан ҡот осҡос урман янғындарын күрһәтәләр. Уларҙы һүндерер өсөн миллиард һумдар китә. Янған урмандарҙы тергеҙеү тураһында бер кем дә уйламай. Ә бит белеп эш итһәң, урмандан ҙур табыш алырға мөмкин. Ағас штакетник хатта тимеренән ҡыйбатыраҡ тора. Алға таба ла шулай дауам итһә, уның алтындан ҡиммәтерәк йөрөгән ваҡыттарына килеп етәсәкбеҙ.