– Һеҙ нисә бер туған һәм ҡасан барығыҙҙы бергә осратырға мөмкин? - тип ҡыҙыҡһындым Рәил Ғәүис улынан.
– Беҙ ете бер туған, йылға ике тапҡыр – февралдә һәм августа төп йортта йыйылабыҙ. Сөнки 10 февралдә – әсәйебеҙҙең, ә 16 августа атайыбыҙҙың тыуған көнө.
Беҙҙең һөйләшеү май аҙағында булғайны, шуға ла августы көтөргә булдым.
Ниһайәт, 16 август, мин Яңы Аҡтанышбаш ауылында Илүсә һәм Ғәүис Әхмәровтар йортонда. Улар мине күптәнге таныштарылай асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды һәм табын янына саҡырҙы.
Ғәүис Әмир улы 1935 йылда Яңы Аҡтанышбаш ауылында ғаиләлә икенсе бала булып тыуған. 1941 йылда атаһын фронтҡа алалар һәм ул 1942 йылда Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн ҡан ҡойҡос һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була.
Ул 9 Май – Еңеү көнөн бик яҡшы хәтерләй.
– Ул көндө беҙҙе, мәктәп уҡыусыларын, колоннаға теҙҙеләр һәм ауыл Советы алдындағы майҙанға алып барҙылар. Унда ҙур митинг булды, – тип иҫкә төшөрә ул.
1950 йылда Ғәүис етенсе класты тамамлай. Мәктәптә гел «бишле» билдәләренә генә уҡый. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа техника булмай, шуға атлы эш бик абруйлы һанала. Ни тиһәң дә, һәнәк тотҡан кеше түгел, ат еккән колхозсы кәрәк. Ә Ғәүисте иһә ат ҡараусы итеп үк ҡуялар. Ул колхоздағы бөтә аттар өсөн яуаплы була.
1955 йыл Ғәүис Әхмәров өсөн иң мөһимдәренең береһе. Уны совет Армияһы сафтарына саҡыралар һәм Германия Демократик Республикаһына, социализм лагерының иң алғы рубеждарын һаҡларға оҙаталар. Ул Потсдам ҡалаһында зенит батареяһында хеҙмәт итә. 1956 йылда Венгриялағы ваҡиғаларҙың шаһиты булырға ла тура килә уға. Ул йылдарҙа хәрби хеҙмәтте сит илдәрҙә үтеүселәргә ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск бирелмәй. Ә Ғәүис Әхмәровҡа, хәрби часҡа берҙән-бер хәрби хеҙмәткәргә, тыуған яғына ялға ҡайтып килеү бәхете йылмая. Армияла комсомолға ҡабул ителеүе менән дә сикһеҙ ғорурлана Ғәүис ағай.
Тыуған яҡтарына һалдат 1958 йылда ҡайта. Был ваҡытта инде ауылда аттар икенсе планға күскән була. Сөнки 1957 йылда МТС-тар бөтөрөлә һәм уларҙың техникаһын колхоздарға таратып бирәләр. Ауылдың киләсәге механизаторҙар ҡулында булыуын аңлап алған Ғәүис Әхмәров Николо-Березовкалағы һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға инә. Бер йыл дауамында механизатор һөнәренең нескәлектәрен үҙләштерә. Училищены ла Маҡтау грамотаһы менән тамамлай.
Өс йыл тракторсы булып эшләү дәүерендә Ғәүис Әхмәров күп нәмәгә өлгөрә: өйләнә, ҙур булмаған иҫке йорт һатып ала, ғаиләлә беренсе бала – улдары Зинфир тыуа.
Ғәүис Әмир улының ҡатыны – Илүсә Мәғәфүр ҡыҙы иһә Краснокама районында яҡшы билдәле Бәхтиевтар нәҫеленән. Уларҙың хатта яҙмыштары ла оҡшаш. Ул 1940 йылда шулай уҡ Яңы Аҡтанышбаш ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән. Уның да атаһы һуғышта һәләк булған. Ете класс тамамлағас, фермаға һауынсы булып эшкә килгән.
МТС-тарҙы бөтөрөү менән бер рәттән колхоздар эреләндерелә. Яңы Аҡтанышбаш, Шушнур, Яңы Мошто, Түбән Таҡыя һәм тағы ла бер нисә бәләкәй ауыл «1 Май» колхозына берләшә. Ауылдарҙа эш ойоштороу өсөн төплө белемле етәкселәр талап ителә. Шуның өсөн 1963 йылда Николо-Берёзовкалағы һөнәрселек училищеһында комплекслы бригада етәкселәре әҙерләү буйынса бер йыллыҡ мәктәп ойошторола. Алдынғы, айыҡ фекерләүсе механизатор булараҡ, Ғәүис Әхмәровты шул мәктәпкә уҡырға ебәрәләр. Илүсә икенсегә ауырлы килеш ҡала.
Ғәүис Әхмәровтың бригадирҙар мәктәбен тамамлағандан һуңғы яҙмышы колхоз идараһы ултырышында хәл ителә.
– Йә, Ғәүискә ниндәй ҡамыт кейҙерәбеҙ? – тип һорай колхоз рәйесе, партком секретары яғына борола биреп.
- Училище директоры: «Уның муйыны ағас ҡамытҡа ла, тимеренә лә сыҙаясаҡ тине», – тип серле генә йылмая тегеһе.
– Улай булғас, беҙ уға тимер ҡамыт кейҙерәйек, - ти рәйес һәм Ғәүис Әхмәровты колхоздың баш инженеры итеп тәғәйенләйҙәр.
Партком секретары училище директорына барып, Ғәүис Әхмәровтың ниндәй вазифала эшләй аласағы менән ҡыҙыҡһынған икән. Был хаҡта уның үҙенә һуңынан ғына һөйләйҙәр.
Был хәл 1964 йылда була. Шунан алып, 2000 йылға тиклем, йәғни 36 йыл дауамында, Ғәүис Әхмәров ошо вазифала эшләй. 1995 йылда ул пенсияға сыға, ләкин тағы ла 5 йыл хеҙмәт итә.
Ә эш күләме ҙур була. Колхозда 60-70 трактор, 35-40 ашлыҡ комбайны, башҡа төр техника иҫәпләнә һәм уларҙың тотҡарлыҡһыҙ эшләүен тәьмин итергә кәрәк була. Әлбиттә, беренсе йылдарҙа белем яғының һайыраҡ булыуы үҙен һиҙҙерә. Шуға Ғәүис Әмир улы, эштән айырылмайынса, Бәләбәй ауыл хужалығы механикалаштырыу һәм электрлаштырыу техникумын тамамлай.
Өлкән быуын «1 Май» колхозының районда ғына түгел, республика буйынса ла алдынғы саҡтарын яҡшы хәтерләйҙер, тип ышанам. Бында, әлбиттә, баш инженерҙың да өлөшө ҙур була. Шуға 1977 йылда Ғәүис Әхмәровтың БАССР Юғары Советы Президиумы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүе һис тә ғәжәп түгел. Ә 1986 йылда Ғәүис Әхмәровтың күкрәгендә «Почет билдәһе» ордены балҡый. Һуңыраҡ, 1994 йылдың ноябрендә, ауыл хужалығындағы ҡаҙаныштары өсөн уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
– Аллаға шөкөр, дәүләт бүләктәрем бихисап. Шулай ҙа арала иң ҡәҙерлеһе – Владимир Ильич Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан бирелгән юбилей миҙалы, – ти Ғәүис Әмир улы ғорурланып. Ә ни өсөн шулай икәнлеген үҙе аңлата алмай. Бәлки, беренсе етди бүләк булғанғалыр, ә бәлки, СССР-ҙа тыуғандар өсөн Ленин иң изге кеше һаналыуы өсөндөр.
1963 йылда икенсе улдары Рәмзид тыуа һәм ғаилә башлығы яңы йорт һала башлай. 1964 йылда өй туйлайҙар. Әхмәровтар бөгөн дә ошо йортта йәшәй. Дөрөҫ, һуңыраҡ уға төкәтмә өҫтәргә тура килә, сөнки тағы ла ике улдары - Илфаҡ менән Рәил һәм ҡыҙҙары Гүзәлиә тыуа.
– Гүзәлиәгә иптәшкә тағы ла бер ҡыҙ алып ҡайтырға булғайныҡ, игеҙәктәребеҙ – Илназ һәм Финаз тыуҙы. Шулай итеп, беҙ күп балалы ғаилә булып киттек, – тип ҡыуаныслы йылмая Ғәүис Әмир улы.
1978 йылда Яңы Аҡтанышбашта балалар баҡсаһы асыла. Гүзәлиә, Илназ һәм Финаз шунда йөрөй башлай. Һәр ваҡыт улар эргәһендә булыу маҡсаты менән Илүсә апай баҡсаға ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша. Балалар үҫеп мәктәпкә китә, ләкин Илүсә апай балалар баҡсаһынан айырыла алмай һәм унда бөтәһе 17 йыл эшләй. Күп балалы әсә булараҡ, 50 йәше тулғас, уға пенсия билдәләйҙәр, әммә эштән ебәрмәйҙәр, тағы ла 5 йыл эшләүен үтенәләр. Ул, әлбиттә, ҡаршы килә алмай.
Әхмәровтарҙың биш улы аталары юлынан китә – Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Рәмзид менән Рәил механика факультетын хуп күрһә, Зинфир, Илназ һәм Финаз зооинженерлыҡ факультетында уҡып сыға. Илфаҡ менән Гүзәлиә уҡытыусы һөнәрен һайлай – Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлай. Бөгөн Әхмәровтар, Рәмзидтән башҡалары, барыһы ла районда эшләй. Техник фәндәр кандидаты Рәмзид Әхмәров – Башҡорт дәүләт аграр университетының механика факультеты доценты.
– Балаларығыҙҙы нисек шулай аҡыллы, эш һөйөүсән итеп тәрбиәләй алдығыҙ? Барыһы ла юғары белем алған һәм тормошта үҙ урынын тапҡан, – тип ҡыҙыҡһынам бәхетле әсә менән атанан.
– Бының өсөн Ғәүистең әсәһе – ҡәйнәм Раухнисаға рәхмәтлебеҙ, – ти Илүсә Мәғәфүр ҡыҙы. – Беҙ икебеҙ ҙә эшләнек, балалар янында һәр саҡ ул булды. Бик аҡыллы кеше ине.
– Балаларҙың уҡыуын иһә әсәләре контролдә тотто, – ти Ғәүис Әмир улы. – Мин иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем эштә булдым, колхозда ял көндәре тигән төшөнсә юҡ ине.
– Улдарыбыҙ аталары өлгөһөндә үҫте. Уның насар ғәҙәттәре булманы. Балаларға насар өлгө күрһәтмәйем тип хатта 27 йәшендә тәмәке тартыуын ташланы. Һәр саҡ бер-беребеҙҙе аңлап йәшәнек, балаларҙы кесе йәштән үк эшкә өйрәттек, – тип өҫтәй Илүсә апай.
– Балаларға һәр ваҡыт: урлашмағыҙ һәм алдашмағыҙ, тип ҡабатлап торҙом. Аллаға шөкөр, быға тиклем ялғанда тотолғандары, кеше малына ҡул һуҙғандары булманы, бынан һуң да булмаҫ, тип ышанам, – тип йомғаҡланы әңгәмәбеҙҙе Ғәүис Әхмәров.
Ғәүис Әмир улы һәм Илүсә Мәғәфүр ҡыҙы 58 йыл бергә йәшәй. Бөгөн улар туғыҙ ейәнгә һәм дүрт бүләгә һөйөклө олатай һәм өләсәй.
2020 йыл Әхмәровтар ғаиләһе бер юлы өс юбилей: ғаилә башлығына – 85 йәш, Илүсә апайға – 80 йәш тулыуҙы һәм бергә ғүмер итеүҙәренең 60 йыллығын билдәләйәсәк. Күреүегеҙсә, улар был түңәрәк даталарға һаллы йөк менән килә. Хоҙай уларға сәләмәтлек бирһен!