Ҡурай
+19 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Нисек төшөнкөлөккә бирелмәҫкә?

Алтын көҙҙө яратмаған кеше буламы икән ул?! Була икән шул. «Һауа торошо ҡалай моңһоуланды, ямғыр ҙа ямғыр, нисек итеп был ваҡытты яратаһың инде?», – тейеүселәр байтаҡ арабыҙҙа.

– Насар кәйеф менән деперессияны бутарға ярамай, – ти Яңауыл район дауаханаһы клиник психологы Роза Зәйҙуллина. – Әйтәйек, иртәнсәк эшкә килгәс, кемдер «Минең бөгөн депрессия», – тип әйтә икән, уның бары тик насар кәйефтә икәнен аңларға кәрәк. Был тик ғәҙәти күңел торошо ғына. Ике төшөнсәнең айырмаһы принципиаль. Насар кәйефте күтәрергә мөмкин, уға иғтибар итмәҫкә лә була. Ә инде кешенең көҙгө төшөнкөлөккә дусар булыуын кәйефтең тиҙ алмашыныуы, юҡ-барға эс бошоу, илап барыусанлыҡ, дуҫтар, яҡындар менән аралашыуҙан ҡасыу, хатта яратҡан шөғөлөңә ҡарата битарафлыҡ тойғоһо, йоҡоһоҙлоҡ кеүек сифаттар билдәләй.
Әҙәм балаһының үҙен уратып алған тәбиғәт менән тулы гармонияла йәшәргә тейешлеген күҙ уңында тотоп, ике миҙгел алмашынғанда ағастарҙың һарғайыуы, япраҡтар ҡойолоуы, көндәрҙең яуым-төшөмлөгә әйләнеүе уға ауыр тәьҫир итеүе хаҡында әйтеп була. Кешеләр үҙгәрештәрҙе күңеле аша үткәреп, көҙҙө һағайып ҡаршы ала: үтелгән тормош юлын байҡай, һығымталар яһай һәм йыш ҡына: “Ғүмер үтеп бара, ә мин әле бер ни ҙә эшләп өлгөрмәгәнмен”, – тип бошона.
Ысын депрессия – ауырыу. Уның менән ауырыусылар бихисап. Еңелсә деперессияны ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла ер шарында йәшәүсе һәр бишенсе кеше кисерә. Ә ауыр формаһын (1000 кешегә – 2-3 осраҡ) стационарҙа дауалау мотлаҡ.
Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар көслө заттар менән сағыштарғанда депрессияның ауыр формаһы менән ике тапҡырға, еңел формаһы менән ете-һигеҙ тапҡырға йышыраҡ ауырый икән. Шуны ла әйтергә кәрәк, ир-аттар, ғәҙәттә, бындай һорау менән белгестәргә бик йөрөмәй. Был инде, үҙ сиратында, күңелһеҙ нәтижәләргә килтерергә мөмкин.
Шуның өсөн табиптарға барырға, проблемағыҙ тураһында ваҡытында һөйләргә кәрәк, тип аңлатты психолог.
Ә инде “миҙгел сире”нә килгәндә белгестәр түбәндәге ҡотолоу юлдарын тәҡдим итә.
Беренсенән, туҡланыу рационына ҙур иғтибар бүлегеҙ. Аҡһымға бай аҙыҡҡа: тауыҡ итенә, балыҡҡа, ныҡ майлы булмаған һөт ризыҡтарына, бөртөклөләргә, йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирегеҙ. Күберәк һыу эсергә кәрәк, сөнки ул етерлек кимәлдә булмаһа, кеше үҙен һүлпән тоя, төшөнкөлөккә бирелеүе ихтимал.
Икенсенән, көн ямғырлы, моңһоу булһа ла, саф һауала күберәк йөрөргә тырышығыҙ. Әгәр тышҡа сығыу бик тә мәшәҡәтле икән, өйҙә физик күнекмәләр яһағыҙ, бейегеҙ, төрлө уйындар менән мауығығыҙ.
Үҙегеҙгә ҡыҙыҡлы шөғөл табығыҙ. Кроссворд сисеү, китап уҡыу, сәйәхәт итеү, телдәр өйрәнеү һеҙҙе көҙгө төшөнкөлөктән аралар.
Шулай итеп, төшөнкөлөктән сығыу юлдарын табыу һис ауыр түгел кеүек. Һәр яңы көндө ҙур бүләк тип ҡабул итеп, моңаймай, дәртләнеп йәшәйек, дуҫтар!
Читайте нас