Фикил һәм Мәхтүмә Ибраһимовтар гөрөлдәшеп баҡсала эшләй ине. Беҙҙе йылмайып ҡаршы алдылар: бик мөләйем, асыҡ күңелле парҙар, ихласлыҡтары менән шунда уҡ күңелде арбаны улар.
Илле йылдан ашыу бергә йәшәп, үҙ өлөшөнә насип дауыл-ғәрәсәттәрен дә, бәхет йылмайған миҙгелдәрен дә бергә кисергән, донъяның аҡлығына уртаҡ ҡыуанған, ҡара-һоро яҡтарына уртаҡ көйөнгән, ҡасандыр йөрәк ҡылдарын тибрәтеп килеп ингән йәшлек мөхәббәттәренә тоғро ҡалған кешеләр тормош көтә был йортта.
–Бына шулай йәшәйбеҙ, – тип башланы улар һүҙҙе өйгә ингәс. – Был ваҡыт эсендә, ҡыҙым, илдә ай-һай бик күп ваҡиғалар булды инде, ә беҙҙең яҙмыш илебеҙҙекенә оҡшаш.
Һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхетте татыусы парға һорау биреп, ғүмер йомғағын һүтәбеҙ.
… 1963 йылда армия сафтарынан ҡайтҡан Фикил «Буйский» совхозында механизатор булып эш башлай. Тыуған ауылы мәктәбендә күрше Яңы Уртауыл ҡыҙы Мәхтүмә был осорҙа балалар уҡытып йөрөгән була.
– Бигерәк тырыш, уңған ине, уға иғтибар итмәү мөмкин дә булмағандыр, – ти ғаилә башлығы.
Комсомол йәшлектәрен һағынып иҫкә ала Ибраһимовтар. Бергәләп агитбригадаларҙа сығыш яһау тиһеңме, ауылдан-ауылға концерттар ҡуйып йөрөүме – икеһе лә йыр-моңға оҫта була. Тиҙҙән йәш уҡытыусы ҡыҙ Ибраһимовтарҙың өй буҫағаһын атлап инә. Тап ул йәш ирҙе белем алырға өндәй. Фикил дүрт йыл Бөгөлмә индустриаль техникумында уҡып, диплом ала. Совхозда дипломлы белгесте хәүефһеҙлек буйынса инженер итеп ҡуялар. Артабан управляющий, мастерская мөдире булып эшләй. Пенсияға сығырға ун йыл алдан ул Яңы Уртауыл ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләнә.
Мәхтүмә Ильяс ҡыҙы мәктәптә, унан һуң мәҙәниәт хеҙмәткәре булып эшләй. Ул йылдарҙа мәҙәниәт тормошо ауылда гөрләп тора. Аҙағы. Башы 1-се биттә.
– Беҙ бер-беребеҙгә юл ҡуя белдек. Аңлашып йәшәү өсөн сабырлыҡ бик тә кәрәк. Ғүмер аҡҡан һыу кеүек һиҙҙермәй генә үтте лә китте. Бер-беребеҙгә тәрән ихтирам, оло хөрмәт, матур мөнәсәбәт кенә элеккесә ҡалды, – ти Мәхтүмә апай. – Ваҡыт бер ҡасан да етмәне. Төнө буйы уҡыу, дәфтәр тикшереү, план төҙөү эштәре йоҡо иҫәбенә башҡарылды. Күршеләр ҙә: “Һин ҡасан ял итәһең? Тышҡа ҡасан сыҡһаң да тәҙрәңдә ут бар”, – тип аптырай торғайны.
– Бер-беребеҙгә булышып, бер-береңдең һүҙен тыңлап йәшәгәндә тормош ыңғай була, – тип һүҙгә ҡушыла Фикил ағай. – Һәр кем үҙенсә генә ҡайырғанда донъя ла бөтәймәй бит ул. Беҙ бер уйлы булып йәшәнек, Аллаға шөкөр.
Йылдар үтә тора, Ибраһимовтар, алда әйтелгәнсә, төрлө участкаларҙа фиҙәҡәр хеҙмәт итә. Тик замана елдәре күп кенә ҡиммәттәрҙе үҙгәртә. Әле булһа ла был үҙгәрештәр Фикил ағай һәм Мәхтүмә апайҙың күңелен ҡыра.
Нисек кенә булмаһын, үткәндәре менән ғорур Ибраһимовтар. Улар бары тик көндәлек мәшәҡәттәрҙе генә түгел, тетрәнеүҙәрҙе лә бергә кисергән, ике яҡ туғандарының һынсыл ҡарашын бергә күтәргән, ғашиҡ саҡта күҙ алдына ла килтермәгән етешһеҙлектәре асыҡланғас, уларҙы ҡабул итә белгән.
Балалары менән дә ғорурлана ала был ир менән ҡатын. Улар биш бала үҫтергән. Барыһы ла күптән башлы-күҙле булып бөткән. Һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан. Оло улдары Дим Курган өлкәһендә йәшәй, табип-инфекционист булып эшләй. Игеҙәк ҡыҙҙары Гөлнара һәм Гөлшат Нефтекамала көн итә, береһе - уҡытыусы, икенсеһе – эшҡыуар. Улдары Нил Беүә подстанцияһында эшләй. Төпсөктәре Гөлсәсәк лицейҙа башланғыс кластарҙы уҡыта. Ибраһимовтарҙың ун ейәне, ике бүләһе бар.
Балалар ата-әсәләрен ҡәҙер-хөрмәттән ҡалдырмай. Ҡалдырыу мөмкин дә түгелдер. Сөнки илле йылдан ашыу иңгә-иң терәп ғүмер кисергән был пар һәр яҡлап ихтирамға лайыҡ.
«Тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ», – тип теләй торған булған ололар элек-электән. Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә ниндәй оло мәғәнә ятҡанын йәшәй-йәшәй генә аңлай башлайбыҙҙыр. Илле, алтмыш, унан да күберәк йылдар бергә тиң йәшәп, тиң ҡартайып, дан итеп донъя көтөп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларға, ейәндәргә ярҙамлашып йәшәүе оло бәхет түгелме ни! Ибраһимовтарға ҡарап шундай фекергә киләһең дә инде. Күңел йылылығы бөркөп торған, асыҡ йөҙлө, изгелекле кешеләр менән аралашыуҙан үҙеңә лә йәшәү дәрте өҫтәлгән һымаҡ була.
Ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарын бер-береһенә тоғро ҡалып үткән, ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған парҙарға артабан да Хоҙай һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен.