Фестиваль быйыл 25-се тапҡыр үткәрелә һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән балаларҙы бергә йыя. Фестивалдә Мәскәү, Краснояр крайы, Сахалин, Екатеринбург, Ленск ҡалаларынан килгән бейеү коллективтары араһында райондың хореографик ансамбле булыуы ҡыуаныслы күренеш. Улар райондың ғына түгел, Башҡортостандың да данын яҡлап сығыш яһаны.
Ансамбль етәксеһе - хореограф Алевтина Хәйбуллина был конкурс тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Фестивалгә барыуыбыҙ ярты йыл самаһы элек билдәле булды. Унда беренсе тапҡыр ҡатнашыуыбыҙ. Беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар. Йәш артистарыбыҙҙың һәр сығышын ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар яратып ҡабул итте. Режиссерҙы айырыуса сағыу башҡорт кейемдәрендә башҡарылған «Башҡорт мозаикаһы» бейеүе таң ҡалдырҙы. Бейеү беренсе урын яуланы. Бынан тыш ике икенсе, бер өсөнсө урындарҙы яуланыҡ. Ҡаҙаҡ бейеүе иң яҡшыһы тип табылды. Был сәйәхәткә барыуҙы ойоштороуға ярҙам иткән барлыҡ етәкселәргә, белгестәргә, махсус ҡаҙаҡ кейемдәре тегеп биргән көнкүреш хеҙмәт коллективына ҙур рәхмәт әйтке килә.
– Анапаға барыу - минең өсөн ҙур бүләк булды. Беҙ үҙебеҙҙе Рәсәй дәрәжәһендә һынап ҡараныҡ һәм еңеүҙәр менән ҡайттыҡ. Әлбиттә, бер нәмә лә еңел бирелмәне. Иптәштәребеҙ ял иткәндә беҙ конкурсҡа әҙерләндек, күнекмәләргә йөрөнөк. «Өйрәнгәндә ауыр булһа, алышҡанда еңел була», – тип әйтәләр бит. Тап шулай булды ла!
Диңгеҙ буйында үткән бер генә көнөмдө лә онотмаясаҡмын. Дуҫтарым араһында үткән тыуған көнөм дә мәңге хәтеремдә ҡаласаҡ. Беҙҙең өсөн остаз да, тәрбиәсе лә, иң яҡын дуҫыбыҙ ҙа булған Алевтина Юрьевнаға рәхмәт!
– Анапаға барыуыбыҙ шул ҡәҙәр мауыҡтырғыс булды. Быны һүҙ менән генә әйтеп бөтөрөү мөмкин түгел. Алыҫ юлға тәүге тапҡыр сығыуым ине. Поезда ла бик күңелле барҙыҡ: йырҙар йырлап, уйындар уйнаныҡ. Көньяҡ Сахалин һәм Красноярскийҙан килгән малайҙар менән таныштым. Ҙур сәхнәлә сығыш яһап, призлы урындар алдыҡ!
– Анапа – бик матур һәм таҙа ҡала. Уның символы «Аҡ эшләпә» икән. Уға хатта һәйкәл ҡуйылған.
Анапала нисек кенә эҫе булмаһын, ул һиҙелмәй. Пляж – таҙалығы, ә диңгеҙ - йылылығы һәм рәхәтлеге менән таң ҡалдырҙы. Азов диңгеҙендәге тулҡындарҙа бәүелеү үҙе ҡыҙыҡ. Беҙ «Электрон» тип аталған лагерҙа йәшәнек. Күп дуҫтар таптыҡ. Был сәйәхәтте бер ҡасан да онотмаясаҡмын.
Эйе, бындай сәйәхәт бер ҡасан да онотолмай. Ул ғүмер буйы бала саҡтың матур иҫтәлеге булып оҙата бара, тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә әйҙәй, иңдәргә ҡанат ҡуя.