Ҡурай
+20 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Яңауыл ҡалаһының «Колос» микрорайонында йорттар матур һәм төҙөк

Йола буйынса ҡалала йыл һайын урам байрамдары ойошторола. 2006 йылдан алып улар инде ун ике тапҡыр үткәрелгән, 89 урам һәм тыҡрык, 3478 йорт хужалығы йәлеп ителгән. Был сара кешеләрҙе берләштереү, ҡаланы төҙөкләндереү маҡсатында үткәрелде һәм бер ыңғайҙан халыҡты борсоған һорауҙар ҙа хәл ителде.

«Колос» микрорайонында был байрам беренсе тапҡыр ойошторолдо. Уға бөтәһе 170 кеше йәшәгән Беренсе май, Яңы күпер, В.Васильев, Күл, Төньяк, Күпер урамдары инә.
Сараға әҙерлек сиктәрендә был урамдарҙа йәшәүсе халыҡ бергәләп ихата территорияларында тәртип булдырған, ҡунаҡтар килеүгә йорттарын матурлаған. Әлбиттә, ҡала хеҙмәттәре лә ярҙам иткән: ҡайһы бер урамдарҙа соҡорҙар ремонтланған, ваҡ-таш кертелгән, юл ҡатламы тигеҙләнгән, һыу торбалары урынлаштырылған.
«Колос»та матур йәшәйҙәр тип әйтһәк тә, артыҡ булмаҫ. Урамдарҙа ла, ихаталарҙа ла һөйләп бөтөргөһөҙ гүзәллек. Йорттары ла матур, баҡсалар сәскә һәм еләк-емешкә күмелгән, ихата территориялары ла бөхтә.
Микрорайондың алты йорто өлгөлө тип танылды һәм тағы ла дүртеһе ихата янын яҡшы ҡараған өсөн рәхмәт хаты алды. Аҫылында, бында һәр икенсе йорт хужалығы бүләккә лайыҡ.
Бынан тыш, район һәм ҡала етәкселеге юбилярҙар, өй туйы үткәреүселәр, ғөмүмән, урам байрамы ғаилә сараһы менән тура килгән барыһын да ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы.
«Хужаһы ниндәй – йорто шундай», – тиҙәр халыҡта. «Колос»та бары тик хеҙмәт һөйөүсән халыҡ ҡына йәшәй. Был шәхси ихаталарҙа ғына сағылмай, бында төрлө өлкәләрҙә атҡаҙанған һәм маҡтаулы хеҙмәт, хәрби хәрәкәт ветерандары һ.әм башҡалар күп. Уларҙың барыһы ла асыҡ күңелле һәм ҡунаҡсыл кешеләр, күптәре ихатаһында һый-хөрмәт менән тулы өҫтәл әҙерләгән.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса төҙөлгән күп функциялы балалар майҙансығында ла ҙур байрам табыны ҡуйылған ине.
Әйткәндәй, бында бер ҡасан да кеше өҙөлмәй, кескәйҙәр, үҫмерҙәр бик теләп ваҡытын үткәрә. Волейбол, футбол уйнай, турникта шөғөлләнә, бәүелсәктә атына.
Атай-әсәйҙәр әйтеүенсә, балам ҡайҙа йөрөй икән тип ҡайғыраһы юҡ. Улар был эште башҡарыуға күп көс һалған микрорайон старостаһы Борис Владислав улы Сабирйәновҡа әле лә рәхмәттәрен белдерә. Микрорайонда йәшәүселәр шулай уҡ район, ҡала башлыҡтарына, Яңауыл электр селтәрҙәре предприятиеһына, Яңауыл юл ремонт-төҙөлөш идараһына ла рәхмәтле.
Сараға йомғаҡ балалар майҙансығында – яһалды. Байрамда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Ғилмиев сарала әүҙем ҡатнашҡандары өсөн микрорайонда йәшәүселәргә рәхмәтен белдерҙе һәм киләсәктә лә шундай таҙалыҡ һәм тәртип һаҡлауға өндәне.
Читайте нас