Ҡурай
+19 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
4 Января 2021, 12:52

“Теләктәр шыршыһы”: теләктәрҙең үтәлгән сағы

Яңауыл районынан Әлинә Хәсәнова бүләккә смартфон алды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған һәм етемдәргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларға, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарға, өлкәндәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән “Теләктәр шыршыһы” махсус Яңы йыл акцияһы сиктәрендә Яңауыл районынан бер нисә баланың теләге үтәлде. Уларҙың береһе – Әлинә Хәсәнова. Ҡыҙыҡайҙың теләген «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенән Марат Вәсимов үтәне, ул смартфон бүләк итте. Ул шулай уҡ Әлинәнең һеңлекәше Әринәгә ҡурсаҡтар, ғаиләгә тәмлекәстәр алып килгәйне.
Читайте нас