Урындағы яңылыҡтар
6 Января 2021, 06:05

Яңауыл районында шәхси секторҙа янғынға ҡаршы рейдтар үтә

Маҡсат - халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу

Республикала ут сығыу осраҡтары йышая. Күптәр йылытыу ҡоролмаларын ҡабыҙа, мейескә утынды ла артығын һалып ташлай. Һөҙөмтәлә ут сыға.
3 ғинуарҙа иҫкәртеү эше алып барыу уңайлы булыр тигән өмөттә хеҙмәткәрҙәр рейдҡа сыҡты. Улар Шудек, Истәк, Байғужа ауыл биләмәлерендә булды.
Рейдтың төп маҡсаты ла халыҡҡа хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен аңлатыу.
Янғынды һүндергәнсе уны иҫкәртеү хәйерле, - тигән фекерҙә хеҙмәткәрҙәр. Шуға ла халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыуға улар яуаплы ҡарай. Рейдтар дауам итәсәк.
Фото: Рүзил Фаршатов.
Читайте нас