Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Беренсе Май урамындағы дүрт ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәгән ҡатынды газ хеҙмәткәрҙәре формаһы кейгән алдаҡсы әҙәмдәр ете мең һумға газ иҫәпләгесен алмаштырырға мәжбүр итә.
Бер нисә көн үтеп тә өлгөрмәй, ҡатынға оло йәштәге әсәһе өсөн "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡыртырға тура килә. Өлкән кешенең көнкүреш газынан ағыуланғаны асыҡлана.
Ваҡиға урынына газ-авария хеҙмәткәрҙәре саҡырыла. Улар фатирҙағы газ иҫәпләгестең төҙөк булмауын асыҡлай. Әле ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара.
Газ хеҙмәткәрҙәрендә һәр фатирҙа йәшәүсенең исем-фамилияһы, ҡоролманың ниндәй маркалы булыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. Шуға күрә ишегегеҙҙе шаҡыған, үҙен газ хеҙмәте белгесе тип таныштырған һәр кемгә ышанып бармаҫҡа, улар менән килешеүҙәр төҙөмәҫкә, бер ниндәй ҙә аҡса бирмәҫкә кәңәш итә махсус хеҙмәт белгестәре. Йортоғоҙҙа аҙ ғына газ еҫе сыҡһа ла, тиҙ арала газ хеҙмәтенә шылтыратығыҙ, тәҙрәләрегеҙҙе асығыҙ, үҙегеҙ урамға сығығыҙ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.