Ҡурай
+14 °С
Дождь
Урындағы яңылыҡтар
9 Января 2021, 17:00

Өфөләр бер сәғәткә алдан эшкә йөрөй башлаясаҡ

“Вся Уфа” телеканалы матбуғат үҙәгендә Өфөлә ҙур транспорт проекты – Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешкән юл үткәргесен төҙөкләндереүгә арналған матбуғат конференцияһында муниципалитет хакимиәте һәм ҡала хеҙмәттәре яңы эш режимына күсеүе хаҡында хәбәр иттеләр.

Йәғни 11 ғинуарҙан 20,5 мең кешенең хеҙмәт ваҡыты иртәнге сәғәт 8-ҙән башланасаҡ, улар быға тиклем сәғәт 9-ға эшкә йөрөй ине. Ҡалаға инеүҙе еңеләйтеү өсөн ошондай ҡарар ҡабул ителгән. Иҫәп буйынса, иртәнге 08:10 сәғәттән 08:50 сәғәткә тиклем көслө транспорт ағымы күҙәтелә. Шуға күрә юлды бушатыу маҡсатында, ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең эш ваҡытын бер сәғәт алдан башларға ҡарар иткән.
Бынан тыш, ҡала ситендә (аэропорт йүнәлешендә) йәшәгән ата-әсәләргә уңайлы булһын өсөн балалар баҡсалары һәм мәктәптәр балаларҙы таңғы сәғәт 7-нән ҡабул итә башлай. Был ваҡытта дежур төркөмдәр эшләйәсәк. Мәктәптәрҙә иһә уҡыусылар дәрес башланғанын тамашалар залында йәки дежур кластарҙа көтә ала.
Фото: 123ru.net
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/f-l-r-ber-s--tk-aldan-eshk-y-r-y-bashlayasa-625345/
Читайте нас